

Башҡортостанда 123623 кеше ковид менән сирләгән. Һуңғы тәүлектә ауырыуҙы йәнә 220 кеше йоҡторған.
Әле 87, шул иҫәптән 60-тан өлкәнерәк 59 кеше стационарҙа ята. Шуларҙың 20-һе – ауыр хәлдә. 4958 кеше, 60-тан үткән 3759 пацинет амбулатор дауалана. Тәүлек эсендә 328, бөтәһе 114090 кеше дауахананан шәбәйеп сыҡҡан. Ковидтан һуңғы тәүлектә 10, бөтәһе 4488, 60 йәштән өлкәнерәк 3946 кеше вафат булған.
Һуңғы тәүлектә 12 кешелә дауахананан тыш пневмония асыҡланған. 60 пациент пневмония менән сирләп, дауахананан һауығып сыҡҡан.
Ковидҡа ҡаршы вакцинация планы – 2484667 кеше (өлкән йәштәгеләр – 3105836 кеше). Республикабыҙға коронавирусҡа ҡаршы йәмғеһе 2914858 доза вакцина килгән. Тәүге компонентты 2202719 кеше (вакцинацияланырға тейешле халыҡтың 88,7 проценты) һалдырған. Вакцинацияны 2071395 кеше (83,4 %) тулыһынса үткән. Бер тәүлектә 4617 кеше (беренсе компонентты – 1807,2, икенсеһен – 2810 кеше) вакцина яһатҡан.
Ревакцинацияланғандар һаны – 210989 кеше (60-ты үткәндәр – 890387). 60 йәштән өлкәнерәк 577839 кеше вакцинаның тәүге компонентын, 540031 кеше ике компонентын да һалдырған.
Фото: progorodsamara.ru/news