Сәләмәт булайыҡ
8 Января 2022, 15:01

Йәшел төҫ зыянһыҙмы?

YouTubeYouTube
Фото:YouTube

Теш пастаһын һайлаған саҡта нимәгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк?

Һәр теш пастаһы һауытында төҫлө дүртмөйөш була: йә ҡара, йә ҡыҙыл, йә күк, йә йәшел. Был осраҡта төҫтәр нимәне аңлата икән – әйҙәгеҙ, белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

l Йәшел төҫтәге дүртмөйөш пастаны етештергәндә тәбиғи сеймал ғына ҡулланылыуы ту­ра­һын­да һөйләй. Был шулай уҡ косметика тауарҙарына ла ҡағыла.

l Күк төҫлө дүртмөйөш иһә тәбиғи сеймал менән бергә химик компонент та барлығын иҫкәртә.

l Ҡыҙыл квадрат икән, тимәк, бында химик элементтар өҫтөнлөк итә, тигән һүҙ. Бындай пастаны йоторға ярамай.

l Ҡара төҫлө дүртмөйөш һүрәт­ләнһә, ул пастаның тотошлайы менән химик элементтарҙан ғына торғанлығын раҫлай. Был тюбик иң хәүефлеһе тип иҫәпләнә.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас