Сәләмәт булайыҡ
8 Ғинуар 2022, 15:02

Йүткереүҙе тиҙ баҫа

ufa-medtehnika.ruufa-medtehnika.ru
Фото:ufa-medtehnika.ru

Табипҡа яҙылып, күренеп, кәрәкле дауа яҙҙырып алғансы байтаҡ ваҡыт үтә. Шулай уҡ үҙ белдегең менән дарыу эсә башлау ҙа хәүефле. Ә бына түбәндә яҙылған дауаланыу алымы тураһында белеү берәүгә лә зыянға булмаҫ. Уны йүткерек башланғанда эшләп ҡарарға тәҡдим ителә.

Уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтә япрағын бер-ике минут ҡайнар һыуҙа тотҡас, уға бал һылап түшкә ябырға (шулай уҡ бер юлы арҡаға ла һалырға мөмкин). Өҫтөнән һылашып торған өҫ кейеме (кә­беҫтә япрағы шылып йөрөмәҫлек итеп) кейергә кәрәк. Япманы төн буйы ҡалдырырға ла мөмкин. Иртән тороуға, унан бер нәмә лә тороп ҡалмай тиерлек.

Бал менән кәбеҫтә, билдәле булыуынса, бер-береһенең шифалы үҙенсәлектәрен көсәйтеп ебәрә: бал эскә үтеп инеп тынысландыра, туҡландыра, ә кәбеҫтә туҡыма­ларҙағы ялҡынһыныуҙы, шеште үҙенә һура. Бындай дауаланыуҙың ыңғай һөҙөмтәһе өс-биш тапҡыр эшләгәндән һуң беленер.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас