

Байрамдар ваҡытында ла һәр саҡ уяу тороуҙы, кәрәк икән, беренсе мөрәжәғәт булғас та кескәй пациенттар эргәһенә ашығыуҙы ул эшенең айырылғыһыҙ өлөшө тип һанай.
Бына бөгөн дә ул баш ҡалабыҙҙың Совет районында урынлашҡан балалар поликлиникалары буйынса постта тороп, һуңлатып ҡына йортона ҡайтҡан. Ә унда табибә ябай хужабикәгә әйләнә, өй мәшәҡәттәренә сума: Гөлнара Миңлефәрит ҡыҙы ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында ғүмер итә. Ауыл ҡатындары иңендә булған бар эштәр ҙә уны ла ситләтеп үтмәй: йорт-ҡура, мал-тыуар, йәйгеһен баҡса үҫтереү һәм башҡалар. Көн дә таң һарыһы менән тороп Өфөгә эшкә юлланыуға, сменаһы тамамланғас, кире юлланыуға йылдар дауамында өйрәнеп тә бөткән. ”Уның ҡарауы, беҙҙең балалар таҙа һауа һулап, тәбиғи, таҙа аҙыҡ-түлек, үҙебеҙ үҫтергән емеш-еләк менән туҡланып үҫте”, – тип һөйөнә.
Гөлнара Миңлефәрит ҡыҙының ғаиләһе ишле. Ире менән дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтергән әсә ул. Ата-әсәләргә кәңәш иткән дауалау алымдары күп тапҡыр үҙ тәжрибәһендә лә һыналған, тимәк.
Медицина өлкәһенә осраҡлы килмәгән белгес: тыуған ауылы – Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылында әсәһе – фельдшер, атаһы ветеринар булып эшләгән. Шуға ла 7-се класта уҡып йөрөгәнендә үк Гөлнара хәл итә: тик медицина юлынан китергә. Һәм урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан дәүләт медицина институтының (аҙаҡ – университеты) педиатрия йүнәлешенә уҡырға инә.
1998 йылдан бирле ул Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһында эшләй. 2015 йылда 5-се педиатрия бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләнә. Балаларҙы дауалау менән бер рәттән, етәкселек эшен дә лайыҡлы алып бара.
– Балаларҙың һәр зарына, көйһөҙләнеүенә иғтибарлы булырға кәрәк, – ти ул. Йәш коллегаларын да кескәйҙәрҙең һәр һүҙенә етди ҡарарға өйрәтә. – 95 процент осраҡта кескәй кеше бушҡа зарланмай. Шуға ла ата-әсәйҙәргә, “ярай, үтә ул, улай ғына була инде” тип күҙ йоморға түгел, ә мөмкин тиклем тиҙерәк табип менән кәңәшләшә һалырға кәрәк. Балаға ҡайһы саҡта ғәзиз кешеһенең йылы һүҙе, наҙы ғына ла ярҙам итеп ебәрә, ул тиҙерәк һауыға, хатта ауыртыуҙы ла онота. Хәҙерге заман ныҡ шәп темпта бара, атай-әсәйҙәр балаларына кәрәгенсә иғтибар ҙа бүлеп етә алмай, уныһы аңлашыла. Әммә, нисек кенә булмаһын, кескәй заттарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Был турала һөйләгәндә Гөлнара Миңлефәрит ҡыҙы, һабаҡ булһын тип, бер осраҡ тураһында бәйән итә. 16–17 йәштәр тирәһендәге үҫмер ҡыҙ әсәһенә бер нисә тапҡыр үҙен табипҡа, хатта психологка алып барырға кәрәк икәне тураһында әйтә. Был үҫмерҙең беренсе мөхәббәт хистәрен кисергән сағы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсә кеше балаһының һүҙҙәрен артыҡ иғтибарға алмай. Ысынлап та, ниндәйҙер хәүеф барлығын тоя башлағансы фажиғә булып та өлгөрә – ҡыҙ бала яҡты донъя менән хушлаша...
– Баланың һәр ҡылығына, холҡондағы үҙгәрештәргә һиҙгер булыу, уны тыңлай белеү зарур, шул сағында төҙәтеп булмаҫтай ваҡиғаларҙы киҫәтергә мөмкин, – ти тәжрибәле табип, инде күптән психологка ла әйләнеп бөткән профессионал.
Гөлнара Миңлефәрит ҡыҙы кескәй пациенттары, уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән тиҙ уртаҡ тел таба, һәр береһен иғтибар менән тыңлай, практик кәңәштәрен, дәртләндергес һүҙҙәрен йәлләмәй. Коллективында ла, поликлиникала ҡарауҙа торған балаларҙың яҡындары араһында ла хөрмәткә лайыҡ ул. Кескәйҙәрҙең һаулығы һағында һиҙгер торған оло тәжрибәле табибәнең үҙенә лә һаулыҡ, ғаилә именлеге насип булһын.
Фото Г. Кравцованың шәхси альбомынан.