Сәләмәт булайыҡ
9 Ғинуар 2022, 12:00

Тағы 214 кешелә - коронавирус

Республикала һуңғы тәүлектә ковидҡа бәйле хәл нисек?

Тағы 214 кешелә - коронавирусТағы 214 кешелә - коронавирус
Тағы 214 кешелә - коронавирус

Һуңғы тәүлеккә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирусты тағы 214 кешенең йоҡторғаны асыҡланған. Дауаханала ошо сир менән 77 кеше ята, уларҙың 54-е – 60 йәштән өлкәндәр, 14 сирле ауыр хәлдә.

4 836 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 334 сирле һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 12 кеше ошо ауырыуҙан үлеп ҡалған.

Covid-19 инфекцияһынан вакцинациялау планы Башҡортостан буйынса 2 484 667 кеше тәшки итә, ә бөтәһе беҙҙә бәлиғ булғандар һаны – 3 105 836.

Башҡортостан буйынса 2 073 572 граждан прививканы тулыһынса (ике компонентын да) эшләткән, был вакцина яһатырға тейешле халыҡтың 83,5 процентын тәшкил итә.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас