Сәләмәт булайыҡ
10 Ғинуар 2022, 17:30

Дарыу эҙләп ҡалаға йөрөмәйәсәкбеҙ

Медицина хеҙмәткәрҙәре ауыл ерҙәрендәге амбулаторияларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һәм дөйөм табиплыҡ үҙәктәрендә льготалы дарыуҙарҙы бирә, препараттарҙы һата аласаҡ.

Дарыу эҙләп ҡалаға йөрөмәйәсәкбеҙДарыу эҙләп ҡалаға йөрөмәйәсәкбеҙ
Дарыу эҙләп ҡалаға йөрөмәйәсәкбеҙ

Медицина хеҙмәткәрҙәренә ауылда халыҡҡа дарыуҙар һатырға рөхсәт ителде. 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙгәрештәр көсөнә инде.

Тимәк, дауаханалар булмаған ауылдарҙа граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Кешеләр дарыуҙар артынан күрше ҡасабаларға, район үҙәктәренә йөрөүҙән ҡотоласаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте медицина ойошмаларының айырымланған подразделениеларының фармацевтика эшмәкәрлеген лицензиялау үҙенсәлектәрен асыҡланы. Медицина хеҙмәткәрҙәре ауыл ерҙәрендәге амбулаторияларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һәм дөйөм табиплыҡ үҙәктәрендә льготалы дарыуҙарҙы бирә һәм препараттарҙы һата аласаҡ. Элек был эште фармацевтика хеҙмәткәрҙәре генә башҡара ала ине.

Шулай уҡ медицина ойошмаларына лицензия биреү процедураһы ла ябайлаштырылды. Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко төбәктәргә ауылдар халҡын яңы ҡағиҙә буйынса дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен тиҙерәк хәл итеү өсөн медицина ойошмаларын лицензиялауҙы йәһәтләтергә ҡушты.

Фото: Proatkarsk64.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас