

Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы төрлө сағыу саралар ойошторола. Был йәһәттән Белорет районының Үткәл ауылы халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Яңы йыл каникулдарында улар өйҙә ултырманы, төрлө саралар үткәрҙе.
Мәҫәлән, “Үткәлпиада” иҫтә ҡалырлыҡ сара булды. Унда Тамъян һәм Ҡатай ырыуҙары вәкилдәре ярышты.
Үткәл ауылында борон-борондан ике ырыу вәкилдәре йәшәгән. Уларҙың вариҫтары ата-бабалары аманатына тоғро ҡала - тамырҙарын онотмай, үҙҙәренең ниндәй ырыуҙан булыуын яҡшы белә.
Ярыш башында гимн уйнатылды, Башҡортостан флагы күтәрелде һәм “Үткәлпиада” уйындары уты тоҡандырылды. Бәйге сәмле барҙы. Тамъяндар ҙа, ҡатайҙар ҙа бирешергә теләмәне. Санаға ултыртып һөйрәтһендәрме, "тимер ат"ҡа атланып сапһындармы, арҡан тартышһындармы – һәр команда сәмләнеп алға ынтылды.
Бер ауылда ике ырыу вәкилдәренең борон-борондан үҙ-ара татыу йәшәүе – күркәм өлгө. Әлеге сарала ла дуҫлыҡтың еңеүе, Тамъян, Ҡатай флагтарын гимн аҫтында күтәреү ошо хаҡта һөйләй ине. Ярыш ике ырыуҙан иң өлкән ҡатнашыусыларға - Фәтих Һаҙый улы Мөхәмәтдинов һәм Ирек Ғәни улы Йомағужинға “Үткәлпиада” кубогын тапшырыу менән тамамланды.
Үткәлдәр дуҫлыҡ байрамынан самауыр сәйе эсеп, тәмлекәстәр менән һыйланып, күтәренке кәйефтә таралышты.
Әйткәндәй, улар быйыл Яңы йыл байрамына ла дәртләнеп әҙерләнгән - күптәр йорт ихатаһы алдын ҡар һәм боҙҙан эшләнгән матур һындар менән биҙәгән. Ғөмүмән, бында уңған, егәрле, тырыш халыҡ йәшәй. Ауылда йәштәр ҙә күп, улар береһенән-береһе матур йорттар төҙөп, тыуған төйәгендә төпләнә.
Фотолар "Белорет районы Үткәл ауылы - "Айыҡ ауыл-2021" төркөмөнән.