

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының бишенсе тулҡыны ғинуар аҙағында йәки февраль башында башланасаҡ. Был хаҡта Гамалея исемендәге үҙәк вирусологы, медицина фәндәре докторы Анатолий Альтштейн хәбәр итте.
АҠШ-та һәм Бөйөк Британияла ул башланған да инде, был илдәр халҡы “омикрон” штамын күпләп йоҡтора.
“Дельта” ерлегендә уның әле “теше сығып өлгөрмәгән”. Башҡа илдәрҙә иһә юғары кимәлгә етеүен күрһәтте. Был Европа илдәренә, АҠШ-ҡа ҡағыла. Ғөмүмән, статистика яҡшы алып барылған урындарҙа “омикрон”дың киң таралыуы күҙәтелә. Хатта тикшеренеү алып бармайынса ла, уның “дельта” түгеллеге, ә “ омикрон” булыуы көн кеүек асыҡ, сөнки сир осраҡтары ныҡ арта", – ти белгес.
Ул Рәсәйҙә башланасаҡ бишенсе тулҡынды һәләкәт тип иҫәпләмәй. Белгестең әйтеүенсә, “омикрон”дан вафат булыу осраҡтары ул тиклем юғары булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта яңы штамм медицина тармағында ҙур көсөргәнеш тыуҙырасаҡ, алдан әҙерләнергә кәрәк.
Ә һеҙ яңы штамға ҡаршы “ҡоралландығыҙмы”? Ваҡытында вакцина яһатыу күп бәләләрҙән йолоп ҡаласаҡ, яҡындарығыҙға сирҙе йоҡтороуҙан һаҡлаясаҡ.
Фото: AP Photo/ Eraldo Peres