Сәләмәт булайыҡ
11 Ғинуар 2022, 10:30

Рейдтар дауам итә

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан бөтәһе 360-тан ашыу тикшереү ойошторолған. 

Рейдтар дауам итәРейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре менән берлектә Өфө ҡалаһы буйынса йәмәғәт транспортында битлек режимы үтәлешен даими тикшерә. Бөгөнгө рейд баш ҡаланың “Спорт” туҡталышында үткәрелде. 

2022 йылда рейдтар Яңы йыл байрамы үтеү менән тергеҙелде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә транспорт саралары водителдәренә ике административ протокол төҙөлдө. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан бөтәһе 360-тан ашыу тикшереү ойошторолоп, 220-нән ашыу йәмәғәт транспорты , Көньяҡ автовокзал, тимер юл вокзалы, Өфө ҡалаһы электр транспорты, “Башавтотранс” филиалдары  күҙәтеүгә алынған. Рейдтар һөҙөмтәләре буйынса тәртип боҙоу осраҡтары тураһында 220-нән ашыу административ протокол төҙөлгән, шул иҫәптән 113-ө судҡа тапшырылған, 60 протокол буйынса мировой һәм район судтары тарафынан иҫкәртеү яһалған.

Шуныһын да хәтергә төшөрәбеҙ, юғары әҙерлек режимы шарттарында тәртип боҙоусыларға ҡарата бер мең һумдан өс мең һумға ҡәҙәр штраф һалыу ҡаралған. Ҡабаттан тәртип боҙоусылар өсөн штраф күләме – 15 мең һумдан 30 мең һумға тиклем.

Фото:Ufa Aif.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас