

Үткән йылдың 31 декабрендә Өфөлә Танзаниянан ҡайтҡан өс туриста ковид булыуы асыҡланған. Белеүебеҙсә, Африканың был илендә коронавирустың яңы штамы - "омикрон" киң таралған.
Әлеге пассажирҙарҙың сиренең штамын асыҡлау өсөн анализдарҙы Мәскәүҙәге “Вектор” ғилми-тикшеренеү институтына ебәргәндәр. Танзаниянан ҡайтҡан был кешеләр еңелсә ауырый, дауахананың айырым бокстарына урынлаштырылған. Башҡа пассажирҙар 14 көнлөк изоляцияға китергә тейеш. “Роспотребнадзор” анализ һөҙөмтәләре килеүен көтә.
Фото: ”Башинформ”.