Сәләмәт булайыҡ
11 Ғинуар 2022, 15:45

Тотороҡлоҡ үҙебеҙҙән тора

Вирус ҡорбандары һаны 4 524-кә етте. Шуларҙың 3 961-е – 60 йәштән өлкәндәр.

Тотороҡлоҡ үҙебеҙҙән тораТотороҡлоҡ үҙебеҙҙән тора
Тотороҡлоҡ үҙебеҙҙән тора

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү саралары буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығының брифингы үтте. Уны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин уҙғарҙы.

Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороуҙың 204 осрағы теркәлгән. Әле стационарҙарҙа 84 ауырыу дауалана, 20-һе ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа - 4 606 сирле. Тәүлек эсендә 309 пациент һауыҡҡан, пандемия осоронда был йәһәттән дөйөм һан - 115 036. Һуңғы тәүлектә 11 кеше сирҙе еңә алмаған. Вирус ҡорбандары һаны 4 524-кә етте. Шуларҙың 3 961-е – 60 йәштән өлкәндәр.

Һуңғы тәүлектә 16 204 тест үткәрелгән, уларҙың дөйөм һаны – 5 118 903. Республикала коронавирустан прививка яһатыу дауам итә. Барлығы 2 914 858 доза вакцина килтерелгән. Прививка эшләтеүҙе тулыһынса 2 084 967 кеше тамамлаған. Ревакцинация яһатҡандар һаны – 215 429.

Өфөлә “омикрон” штамы асыҡланыуы тураһында хәбәрҙәр килеп сығып тора. Эпидемиологик хәлде “Роспотребнадзор” идаралығы даими күҙәтә. Яңы штамм таралған сит илдәрҙән ҡайтыусылар аэропортта тикшереү үтә һәм үҙ изоляцияға китә. Улар өсөн обсерватор бар. 31 декабрҙә Танзаниянан ҡайтҡан өс туриста ковид асыҡланған, штамға анализдар тикшереүгә ебәрелгән.

Максим Забелиндың әйтеүенсә, әлегә хәл тотороҡло, сир таралмаһын өсөн һәммәбеҙгә лә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, вакцина яһатырға кәрәк.

Фото: 9111.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54440

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас