

Республикала былтыр, 2020 йыл менән сағыштырғанда, гематология профиле буйынса лицензиялар алған медицина ойошмаларының һаны 36 процентҡа артты. Бирелгән лицензиялар һаны 11-гә күбәйгән.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова аңлатыуынса, былтыр йыл башынан гематология буйынса яңы лицензияларҙы бер дәүләт, туғыҙ шәхси һәм бер муниципаль учреждение алған. Гематология буйынса лицензияларҙың берҙәм реестрында бөтәһе 54 ойошма иҫәпләнә.
Ҡан сирҙәре – иң агрессив ауырыу төрҙәренең береһе, улар тиҙ үҫешә һәм аҙа, шуға күрә ҡан ауырыуҙарын дауалау ҡатмарлы һәм оҙайлы. Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре үлем структураһында беренсе урынды алып тора (46%). Уларҙан ҡала яман шештәр, нервы системаһы, аҙыҡ эшкәртеү һәм тын алыу ағзалары сирҙәре килә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лицензияларҙы рәсмиләштереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Бөтә мәғлүмәт министрлыҡ сайтында урынлаштырылған, ”ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй. Республикала медицина эшмәкәрлеген башҡарыуға лицензиялар алыу ҡыҫҡа ваҡытта, ни бары 19 көн эсендә үтәлә.
Динә АРЫҪЛАНОВА