Сәләмәт булайыҡ
12 Ғинуар 2022, 08:44

Һанлы медицина тормош сифатын яҡшырта

Ул тиҙлек, һаҡсыллыҡ, ашығыс ярҙам тигән һүҙ.

neurovita.runeurovita.ru
Фото:neurovita.ru

Коронавирус пандемияһы тормошобоҙҙоң бөтә йүнәлештәренә ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау тармағына бығаса булмағанса көтөлмәгән яңылыҡтар, һаҡсыл функциялар, тиҙлекле мәғлүмәт ресурстарын индереп, ваҡытты экономияларға, дауалау сифатын яҡшыртырға, документтар әйләнешен асыҡтан-асыҡ күҙәтеп барырға ярҙам итте. Ҡатмарлы һандар килтереп тормайынса, ғәҙәттәге тормошобоҙға күҙ һалайыҡ.

...Бына беҙ поликлиникаға барып, анализдар биреп ҡайтыуға, уның һөҙөмтәләре ”Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетҡа килеп тә еткән, хатта уларҙы табип ҡарап та өлгөрмәгән әле. Документтарҙың электрон рәүештәге әйләнеше ябайлығы, үтә күренмәлелеге, хатаһыҙлығы, тиҙлеге менән табип­тарҙың эшен күпкә еңеләйтте. Мәҫәлән, электрон ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡ­һыҙлыҡ ҡағыҙҙарының өҫтөнлөгөн табиптар ғына түгел, пациенттар ҙа юғары баһаланы. Белгестәргә ҡағыҙ тулты­рыуҙан ҡотолоу менән бергә ваҡытты, ресурстарҙы экономияларға, ауырыу тарихы менән тиҙ танышырға мөмкинлек артты.

Һанлы медицина ауыл ерҙәренә лә ҙур яңылыҡ алып килде. Мәҫәлән, фельдшер-акушерлыҡ пунктында па­циентҡа яһалған электр кардиограммаһы миокард инфарктын асыҡлаһа, мәғлүмәт шунда уҡ кардиология үҙәгенә китәсәк. Ғүмерҙе ҡотҡарыу өсөн “алтын сәғәт” эсендә ауырыуҙы дауаханаға тиҙ илтергә, беренсе ярҙамды күрһәтергә мөмкинлек тыуа, тигән һүҙ.

Һаулыҡ һаҡлау тармағындағы һанлы технологиялар темаһына журналистар менән берлектә үткән брифинг ике яҡ өсөн дә фәһемле булды. Ошо мәсьәлә өҫтөндә ун йылға яҡын эшләгән министр урынбаҫары Динара Йәнекәева тар­маҡты киң күләмдә һанлаштырыу Яңыртыу программаһының өс йүнәле­шенең береһе булыуын белдерҙе.

– Республикабыҙҙа бөтә медицина ойошмалары 2013 йылдан алып берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында эшләй. 205 медицина ойошмаһында бер юлы 20 меңдән ашыу белгес ошо системанан файҙалана, – тине Динара Рәйес ҡыҙы.

Республикала медицина документ­тарының берҙәм һанлы базаһы бул­дырылған, унда беҙҙә йәшәгән һәр кем тураһында мәғлүмәт һаҡланған дүрт миллиондан ашыу электрон медицина картаһы тупланған. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, 600 миллиондан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы, тиҫтәләгән миллион лаборатор тикшеренеү, рецепт, электрон рәүештәге “больничный”ҙар – барыһы ла бер базала! Система – медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн көн­дәлек эш ҡоралы, иң мөһиме, уның нигеҙендә сервистар һәм хеҙмәттәр эшләй.

Динара Йәнекәева әйтеүенсә, Баш­ҡортостан электрон медицина документтар әйләнешенә күсеүгә йүнәлтелгән һәм тормошҡа ашырылған федераль пилот проекттары һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Күрше өлкә һәм республикаларҙан, хатта Камчатканан тәжрибә уртаҡлашырға килгәндәр. Киләсәктә медицина ойошмаларының федераль учреждениелар менән электрон бәйләнешен булдырыу, йүнәлт­мәләрҙе медик-социаль экспертизаға тапшырыу, тыуыу һәм вафат булыу тураһында медицина танытмаларын электрон рәүештә ЗАГС-тарға ебәреү буйынса пилот проекттарын тормошҡа ашырыу ҡарала.

Тағы бер популяр сервис тураһында етәксе ентекләп һөйләне.

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәм пациенттың “Минең һаулығым” шәхси кабинетында табипҡа яҙылырға, өйгә саҡыртырға, вакцина яһатыуға яҙы­лырға, сертификат алырға, үҙеңдең электрон медицина документтары менән танышырға, мотлаҡ медицина страхов­каһы полисы тураһында белешергә мөмкин. “Минең һаулығым” шәхси кабинет хеҙмәттәренән быйыл 895 мең кеше файҙаланған да инде.

Табипҡа үҙең генә яҙылыуҙан тыш, балаңды һәм башҡа кешене лә яҙ­ҙырырға мөмкин. Бының өсөн хеҙмәтте һайларға, Мотлаҡ медицина страхов­каһы полисы мәғлүмәттәрен тикшерергә, поликлиниканы, табипты, килеү ваҡытын һайларға мөмкинлек бар. Республика табипты өйгә саҡырыу сервисы хеҙмәтен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына илдә тәүгеләрҙән булып сығарҙы. 2021 йыл башында вакцина яһатыу кампанияһы башланғас, прививка ҡаҙатыуға яҙылыу хеҙмәтенә ихтыяж тыуҙы.

Тармаҡты һанлаштырыуҙың киләсәге ҙур, яһалма интеллектты файҙаланып, диагностика технологияларын индереү, пациенттарҙың сәләмәтлеген дистанцияла тороп тикшереү ҙә тау аръяғында түгел. “Һанлы технологиялар ашығыс ярҙам кәрәккәндә пациенттың сәлә­мәтлегенә ситтән тороп мониторинг үткәрергә, ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк”, – тип белдерҙе Динара Йәнекәева.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас