Сәләмәт булайыҡ
12 Ғинуар 2022, 08:47

“Балалар менән эшләү еңелерәк”

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығыБР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Балаларҙың ковид менән сирләү осраҡтары арта. Хәҙер табип-педиатрҙар ҙа “ҡыҙыл зона”ла инфекционист булып эшләй. График буйынса бер смена дежур булғандан һуң, иртәгәһенә поликлиникала кескәй пациенттарҙы ҡабул итергә тура килә. Педиатрҙар көндөҙ ҙә, төнөн дә эш өҫтөндә.

Бүздәк үҙәк район дауаха­наһының балалар поликлини­каһына  әсәһе менән килгән  был сабыйға өс кенә ай. Уға быума йүтәл, дифтерия һәм столбняктан прививка яһатырға кәрәк буласаҡ. Әсәһе Гөлнур Кәли­муллина борсолмай: Лиә Ғәзи­зова – тәжрибәле педиатр, ҡы­ҙым уның ҡулында иламай, үҙен тыныс тота. Һорауыбыҙ булһа, мин табипҡа яҙам, һәр саҡ ваҡытында яуап ҡайтара”, – ти.

Пандемия осоронда табип­тарҙың эше ҡатмарлашты. Лиә Марсель ҡыҙына коронавирус менән ауырыған хеҙмәт­тәш­тәрен дә алмаштырырға тура килә. Өҫтәүенә, ”ҡыҙыл зона”ла көсөр­гәнеш арта.

– Участкала балалар һаны күп булһа ла, улар менән эшләүе еңел. Ә бына ата-әсәләр менән аңлашыуы ауырыраҡ, табип­тар­ға йыш ҡына психолог бу­лырға  тура килә, – ти табип. – Эш­тең көсөргәнешле булыуы ҡурҡыт­май, ковид менән сирле бала­ларҙың артыуы ғына хәүеф­ләндерә.

Элгәре йыл Бүздәк районында ковидты 22 бала эләктергән булһа, былтыр 280-дән ашыуында хәүефле диагноз раҫлан­ған. Дауахана етәкселәре әйте­үенсә, иҫкәртеү эшенә иғтибарҙы арттырыу мөһим, прививка кам­панияһының һөҙөмтә биреүе һиҙелә. Дауахананың баш табибы вазифаһын башҡарыусы Александр Овчинников әйте­үенсә, улар республикала бе­ренселәрҙән булып вакцина яһатыу күрһәткесен 80 про­центҡа еткергән.  Эш дауам итә.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас