Сәләмәт булайыҡ
12 Ғинуар 2022, 12:00

“Омикрон” беҙгә лә килеп етте...

Тағы ла 12 төбәктә коронавирустың “омикрон” штамы асыҡланғаны билдәле.

“Омикрон” беҙгә лә килеп етте...“Омикрон” беҙгә лә килеп етте...
“Омикрон” беҙгә лә килеп етте...

Башҡортостанда рәсми рәүештә  коронавирустың “омикрон” штамы раҫланды. Уны республиканың ике гражданында  һәм күрше өлкәнән килгән бер ҡатында асыҡлағандар.

– Бөтә  сир осраҡтары  ла ситтән индерелгән. Өфө аэропортына Танзаниянан ике кеше сирләп ҡайтты, Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ҡатын ейәндәре менән Төркиәнән  килеп төштө,–тип хәбәр иттеләр “Роспотребнадзор” идаралығынан. – Ауырыуҙар дауаханала, хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек.

Авиарейс пассажирҙары, пилоттар һәм улар менән бәйләнештә булған кешеләр табиптар күҙәтеүендә. Көн һайын уларға тест үткәрелә. “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре “омикрон” штамының күпкә йоғошлораҡ булыуын иҫкәртә һәм бөтә санитария-гигиена талаптарын үтәргә, вакцина яһарға саҡыра.

Кисә Рәсәйҙең баш санитар табибы Анна Попова Хөкүмәт кәңәшмәһендә тағы ла 12 төбәктә “омикрон” штамының асыҡланыуы тураһында белдерҙе. Әлегә яңы штамды йоҡторған ауырыуҙар һаны 305 кеше тәшкил итә.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас