Сәләмәт булайыҡ
12 Ғинуар 2022, 08:50

“Рәхмәт, табип!”

zabotkin.ruzabotkin.ru
Фото:zabotkin.ru

Бөгөн табиптарҙың ауырыуҙарға ҡарата мөнәсәбәтенән, белем кимәленән һәм кешелеклелегенән күп нәмә тора. Аҙ ғына иғтибарһыҙлыҡ, ҡәҙерле ваҡытты юғалтыу, ауырыу хәлен дөрөҫ баһаламау ғүмергә торошло булыуы бар. 

Бәхеткә күрә, табиптарға дәғүә белдереүҙәргә ҡарағанда рәхмәт һүҙҙәре йышыраҡ яңғы­рай. Был сираттағы йөрәктән сыҡҡан ихлас рәхмәт һүҙҙәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Диана Әхмәҙуллина яҙа.

“Стәрлетамаҡ ҡалаһының ковид госпитале коллективына ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. 4-се корпус мөдире Таһир Фәрит улы Нурисламов беҙҙең ғаиләбеҙҙе оло ҡайғынан, бәхетһеҙлектән ҡотҡарып алып ҡалды. Әгәр ауыр хәлдәге атайыбыҙ ошо ҙур йөрәкле, белемле табипҡа барып эләкмәһә, беҙ уны юғалтып, күрешеү шатлығынан мәхрүм булыр инек. Атайым ҡаты ауырыны, үпкәһе ныҡ зарарланған ине, өҫтәүенә – диабет... Табип дөрөҫ дауа билдәләгәнгә, иғтибар күрһәт­кәнгә ҡәҙерле кешебеҙ иҫән ҡалды. Ул телефон аша уның хәле менән таныштырып то­рорға ваҡыт тапты, кәңәш бир­ҙе. Рәхмәтебеҙҙең, ихтирамы­быҙҙың иге-сиге юҡ! Атайыбыҙ­ҙы дауалаған Т.А. Ибраһимовҡа ла рәхмәтебеҙҙе ишеттергебеҙ килә, ул – алтын ҡуллы, йомарт күңелле табип. Һеҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән фәрештәләрҙәй булдығыҙ, эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ”.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас