Сәләмәт булайыҡ
12 Ғинуар 2022, 08:51

Йондоҙҙар кәңәш итә

Донъяла ниндәй генә диета юҡ, ҡайһыһын һайларға ла белмәҫһең. Ә бына йондоҙҙар һеҙгә ниндәй аҙыҡтарҙы ашарға ярағанын һәм ярамауын яҡшы белә. Йондоҙнамәнең һәр билдәһе өсөн айырым туҡланыу төрө ҡаралған. Ҡайһы махсус диета һеҙҙеке?

 

Ҡуҙы (21 март– 20 апрель) – Йондоҙнамәнең иң кире, кеҙе һәм дәртле билдәләренең береһе. Дөрөҫөн әйткәндә, ул бөтә диеталарҙы ла үҙ итә. Вегетарианлыҡ ҡуҙыларға бармай, киреһенсә, уларға туҡланыу өсөн күберәк аҡһым талап ителә. Иң яҡшы вариант – рационда иттең тейешле кимәлдә булыуы. Ҡуҙыларға тоҙло-боросло тәмләткестәр һәм ҡәһүә менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Энергияғыҙ кофеин ҡуллан­майынса ла көн буйы етерлек.

 

Буға (21 апрель – 21 май) йәһәт кенә артыҡ килограмдарҙы туплау һәләтенә эйә. Йондоҙнамәнең башҡа бер  билдәһе лә ундай үҙенсәлеккә эйә түгел. Буғалар – ысын мәғәнәһендә тәмлетамаҡтар, ашамһаҡтар. Улар өсөн тәмле аш-һыу – бәхет сығанағы. Тик төнгөлөккә ашарға ғәҙәтләнеү яҡшыға түгел, тиҙ арала ауырлығығыҙ артыр. Буғалар өсөн иң яҡшы диета – май, крахмал һәм шәкәр аҙ булған ризыҡтар. Спорт менән дуҫлашырға кәңәш итәбеҙ.

 

Игеҙәктәр (21 май – 21 июнь) нервы системаһы бик хәрәкәтсән һәм хәтере тарҡау булғанлыҡтан,  калорияларын тиҙ генә яндырып бөтә. Шуға күрә уларға  күп энергия, йәғни углеводтар, талап ителә. “Яй” углеводтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, мәҫәлән, ярмаға, ҡуҙаҡлыларға, картуф һәм макарондарға. Айырыуса иртән туйғансы ашарға кәрәк.

 

Ҡыҫала (22 июнь – 22 июль)  хис-тойғоға бай, йоҡлар алдынан тәмле итеп ашарға әүәҫ. Нисек тә булһа үҙеңдең “йомшаҡлыҡтарыңды” еңеп, ашҡаҙаныңдың сәләмәтлеген хәстәрләргә өйрәнергә ваҡыт. Ҡыҫалалар ашҡаҙан шешенә, гастриттарға йыш ҡына дусар була.  Рациондан ҡамыр аштарын, тәмле-татлы ризыҡтарҙы  кәметеү һеҙҙең файҙаға, диңгеҙ  аҙыҡтарын  күберәк ҡулланығыҙ. Еңел үҙләштерелеүсе аҙыҡтар – һеҙҙеке!

 

Арыҫлан (23 июль–22 август) – сағыу шәхес, ашығырға яратмай. Йәмле, бай табындарҙы үҙ итә. Уның өҫтәле  һәр саҡ төрлө тәмле һыйҙарҙан һығыла. Үҙе әллә ни аш-һыу тирәһендә уралырға яратмаһа ла. Яңы йыл байрамында рационығыҙға  һыйыр  һәм ҡырағай һыу ҡоштары итенән әҙерләнгән ризыҡтар индерегеҙ.

 

Ҡыҙ (23 август – 22 сентябрь) аш-һыуға бик һайлансыҡ. Шул уҡ ваҡытта төрлө диеталарға ышанып бармай. Ул туҡланыу төрөн һайлау өсөн тәүҙә уны энәһенән-ебенә тиклем  өйрәнәсәк. Сәләмәтлеген хәстәрләргә әүәҫ, еңел үҙләштерелгән ризыҡтар тап уның өсөн. Парҙа бешерелгән йәшелсә, һөт аҙыҡтары, емеш-еләк  ҡыҙҙарҙың рационын тулыландыра. Даими туҡланырға, сифатлы аҙыҡ ҡулланырға ғәҙәтләнегеҙ.

 

Үлсәү (23 сентябрь – 22 октябрь) туҡланыу төрөн тиҙ үҙгәртә ала. Тәүҙә һайлаған диетаһын еңел рәүештә ҡалдырып, икенсеһенә күсеүе ихтимал.  Янығыҙҙа һеҙгә дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш биргән кеше булыуы  бик мөһим. Ябығыу, үҙегеҙҙе формала тотоу өсөн тылсымлы дарыу төймәһе эҙләйһегеҙҙер ҙә бит, тик ул юҡ. Тимәк, һеҙгә еңел үҙләштерелгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк, мәҫәлән, һимеҙ булмаған ит, балыҡ, эремсек... Шәкәр һәм крахмал ситтәрәк торһон.

 

Саян (23 октябрь – 21 ноябрь) диета мәсьәләһендә бик ҡәтғи. Йондоҙнамәнең бер билдәһе лә бындай көслө ихтыяр көсөнә эйә түгел. Улар тәмле, туҡлыҡлы аш-һыуҙы үҙ итә, шуға күрә төп ризыҡ урынына ит һәм диңгеҙ ризыҡтарын һайлай. Татлы һәм тоҙло аҙыҡ-түлектән үҙҙәрен сикләй ала. Был билдә вәкилдәренә кальцийға бай аҙыҡтарҙы  ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ.

 

Уҡсы (22 ноябрь – 21 декабрь) тиҙ генә ауырлығын арттырыу һәләтенә эйә. Эш барышында ҡапҡылау ғәҙәтенән арынырға кәрәк. Тойомлауығыҙға таянып эш итегеҙ, организмы­ғыҙҙы тыңлағыҙ, ул нимәгә мохтажлыҡ кисерә? Диета һайлау тураһында уйламағыҙ ҙа,  баш ватмағыҙ. Йәшелсә, ҡуҙаҡлылар һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына.  Дөрөҫ туҡланығыҙ, энергиялы тормош алып барығыҙ.

 

Ылаҡ (22 декабрь – 19 ғинуар) бик нескә күңелле, тыныс холоҡло. Уның өсөн теүәл туҡланыу режимы мөһим. Көн дауамында энергияны сарыф итеп бөтмәҫ өсөн энергетик ҡиммәте юғары булған аҙыҡтар –  сәтләүек, көнбағыш, дөгө, бал һәм ит менән туҡланырға кәрәк.  Өҫтәл янына яҡшы кәйеф менән ултырығыҙ.

 

Һыуғояр (20 ғинуар –18 февраль) бар нәмәне лә үҙенсә эшләргә ярата. Ҡәтғи диетаның һәм сикләүҙәрҙең зарарын яҡшы аңлай. Уның үҙенә генә хас туҡланыу тәртибе бар, аш-һыуҙы төрләндерергә, эксперименттар яһарға әүәҫ. Һыуғоярға иттең һимеҙ булмаған сорттарын, балыҡ, йомортҡа, эремсек кеүек аҙыҡтарҙы файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ. Йышыраҡ һыу эсергә кәрәклеген дә иҫенә төшөрәбеҙ.

 

Балыҡ (19 февраль – 20 март) изге күңелле, хыялға бирелеүсән.  Уның тормош рәүеше аныҡ билдәләнгән булырға тейеш, шулай уҡ туҡланыу тәртибе лә. Ғәҙәти диетаға балыҡ, диңгеҙ кәбеҫтәһе, йәшелсә, емеш-еләк өҫтәгеҙ. Алкоголле эсемлектәрҙән арыраҡ торорға кәңәш итәбеҙ. Йышыраҡ таҙа һыу эсегеҙ.

Читайте нас