

Әсәләрҙе ололау, хөрмәт итеү, иң матур йырҙарҙы, хис-тойғоло шиғырҙарҙы бағышлау бер беҙҙең халыҡҡа ғына түгел, бөтә донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенә, кешелеккә хас. Тормош йәме лә – әсәйҙәр, өмөт биреүсе лә–әсәйҙәр, ауыр саҡта иң кәрәкле һүҙҙе таба белгән дә–әсәйҙәр... Беҙҙең ихтирамыбыҙҙы, тел менән әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ рәхмәтебеҙҙе, һөйөүебеҙҙе бары нескә күңелле, ҡомарлы, даланлы һүҙ оҫталары ғына еткерә алыр кеүек. “Тормош күрке әсә эргәһендә...”, “Әсәй кеше бер бөтөн донъя ул”, “Әсә күңеле кеүек йылы, нурлы күк йөҙөндә ҡояш, йондоҙ юҡ...”, “Әсә өсөн бала– иллелә лә бала”, “...мөмкин булһа, мин уларға ике ғүмер бүләк итер инем”, “Мүкле таш та ялҡын бөркөр, тейһен генә әсә ҡулы” тип һоҡланған, мөхәббәттәрен шиғри юлдарҙа белдергән шағирҙәребеҙгә ҙур рәхмәт!
Матур һүҙҙәр юҡҡа әйтелмәй, барыһы ла ысын күңелдән. Тирә-яғымда ла һоҡланырлыҡ, өлгө итеп ҡуйырлыҡ балалар тәрбиәләгән, эштә лә, донъя көтөүҙә лә һыр бирмәгән әсәйҙәр етерлек. Инде ҡайһы берҙәренең ейән-ейәнсәрҙәре буй еткереп килә, ҡасан үҫергә өлгөргәндәрҙер! Йәш саҡта тормош ҡороп, сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырған ғаиләләргә бәхет, һаулыҡ, уңыштар теләргә генә ҡала. Ысынлап та, йәш саҡта балалар үҫтереү әсә сәләмәтлеге өсөн дә, бала киләсәге өсөн дә әһәмиәтле. Тик донъя ҡалыптарҙан ғына тормай, һәр ҡағиҙәләге кеүек, тормошобоҙҙа иҫкәрмәләр ҙә булып тора.
Хәтерләйһегеҙҙер, яңыраҡ республикабыҙҙа 58 йәшлек ҡатындың әсә булырға йыйынғанын ишетеп, күптәрҙең сәсе үрә торҙо. Кемдер быны норманан тайпылыш, аномаль хәл тип иҫәпләне, кемдер– батырлыҡ, кемдер еңел аҡыллылыҡ тип баһаланы. Һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө, бәхәскә урын юҡ. Шулай ҙа йәмәғәт фекеренә ҡаршы барырға баҙнат иткән, ошо йәштә әсә булырға ҡарар ҡылған ҡыйыу ҡатын миндә тәрән ихтирам тойғоһо уята. Бындай ғәжәп тәүәккәл ҡатындарҙың да тарихта аҙ булмағанын асыҡлап таң ҡалдым. Һуң булһа ла бөтә ҡалыптарҙы емерергә көс тапҡан, әсә булыу бәхетен татыуҙы барыһынан өҫтөн ҡуйған аҫыл зат вәкилдәрен бер маҡсат ҡына берләштерә–тормош ебен дауам итеү, Ер йөҙөндә үҙеңдән һуң арҡа терәрлек ул-ҡыҙҙар ҡалдырыу. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, киҫкен боролоштары, әсе үкенестәре...
...66 йәштә әсә булырға йыйынған Адриананың теләген бер кем дә ҡабул итмәй, уны иҫәргә һанайҙар, эгоизмда ғәйепләйҙәр. Бала кәрәк булғас, ни өсөн иртәрәк тапмаған, тип аптырайҙар. Һылыу ҙа, аҡыллы ла булған, 20 йәштә үк кейәүгә сыҡҡан. Тик ғаилә бәхетен татымаған ҡатын ире менән тиҙ айырылыша һәм башкөллө эшкә сума. Румыния университетындағы хеҙмәте уңышлы дауам итә, тик ғүмер сәғәте тек-тек килеп үтеп кенә тора. Сабый үҫтереү тураһында уй башына төшкәндә һуң була: табиптар уға “түлһеҙлек” тигән ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Туғыҙ йыл буйы сир менән аяуһыҙ көрәшеп тә уны еңә алмағас, 66 йәшлек ҡатын һуңғы аҙымға барырға ҡарар итә – ЭКО процедураһын эшләтә. Көтөп алынған ҡыҙ бала – Элиза донъяға килә. Хәҙер инде уға– 16 , әсәгә – 82 йәш. Барыһыла Адриананы ҡыҙҙың өләсәһе итеп ҡабул итә, әммә быныһы улар өсөн мөһим түгел. Ҡыҙ уҡырға инергә әҙерләнә, әсәһе сәйәхәт итә, сәләмәт тормош менән йәшәй, һаулығы бына тигән, Элизаның туйына тиклем мотлаҡ йәшәйәсәкмен, тип һүҙ бирә.
Германияла йәшәгән 65 йәшлек Аннегрет Рауниг, 2015 йылда бер юлы дүрт бала табып, йәмәғәтселекте “ах” иттерә. Сабыйҙар етлекмәй тыуһа ла, барыһы ла имен-һау. Өҫтәүенә уның туғыҙ йәштән 44 йәшкә тиклем 13 балаһы өҫтөнә тағы дүрт сабый табыуын халыҡ һис өнәмәй. “Аҡылдан яҙған ҡатын” , “бер үҙе ирһеҙ бала үҫтермәксе була”, “балаларын тартып алырға кәрәк”, “рейтинг артынан ҡыуа”,тип ғәйепләргә тырышалар. Кешеләр был күп балалы ҡатынды һис аңларға теләмәй. Ә Аннегреттың ғына тәнҡиткә, әрләүҙәргә һис иҫе китмәй. Оло ҡыҙы әсәгә төрлө яҡлап булыша, Германия хөкүмәтенең даими ярҙамын тойоп йәшәйҙәр. Аннегрет донъяла дүрт игеҙәк тапҡан иң өлкән ҡатын иҫәпләнә.
Ә бына испанка Марияның яҙмышы аяныслы тамамлана. 67 йәшендә игеҙәктәр тапҡандан һуң өс йыл дә үтмәй ҡатын һәләк була. 2006 йылда ике генә килограмлыҡ сабыйҙары тыуғандан һуң әсәнең кисергән шатлығын һөйләп аңлатырлыҡ булмай. Тик бер нисә айҙан табиптар уға хәүефле диагноз ҡуя – яман шеш. Ул сирләгәнен электән үк белһә лә, дауалауҙың ифрат ҡиммәт, көс еткеһеҙ булыуын аңлап, дауаханаға мөрәжәғәт итмәй. Туғандарын да тыңламайынса, йортон 45 мең евроға һатып, шул аҡсаға ЭКО процедураһы өсөн донор материалдары һатып ала. Әсәһе кеүек 101 йәшкәсә йәшәргә йыйына, үкенескә ҡаршы, ниәттәр селпәрәмә килә. 2009 йылда ул яман шештән вафат була.
Дон Брук 59 йәштә тәбиғи юл менән һау-сәләмәт ул таба. Уға тиклем даими табиптар күҙәтеүендә була, оҙайлы гормон терапияһы үтә. Ҡатын тормошон йәмәғәт күҙенән һаҡларға, балаһын ҡурсаларға, журналистарҙан алыҫыраҡ йөрөргә тырыша, тиҙәр. Дөрөҫ эшләйҙер, сөнки бәхет тынлыҡ ярата. Был тәүәккәл әсәләргә ҡараштарҙың бер төрлө булыуы һис мөмкин түгел. Дөрөҫлөк ике яҡта ла. Тик уларҙың әсәлек хыялын иҫ киткес ҙур ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ниндәй ҙур ныҡышмаллыҡ менән башҡарыуҙары ихтирамға лайыҡ.