

Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры Александр Гинцбург үҙенең “омикрон” штамы йоҡтороуы тураһында һөйләгән. Коронавирустың яңы штамына антиесемдәр унда табылһа ла, сирҙең билдәләрен ул тоймаған.
Ғалим был хәлде “СпутникV” вакцинаһының ярҙам итеүе менән аңлата.
”Кем ошо вакцинаны ҡаҙатҡан, “омикрон” штамын йоҡторғандарын һиҙмәүҙәре лә мөмкин. Бары антиесемдәргә анализ биреп кенә сирләгәндәрен белә алалар. Сит илдә булғандан һуң мин тап шулай эшләнем. Сәйәхәттән ҡайтҡандан һуң минең сывороткалағы “омикрон”ға ҡарата вирусты нейтралләштереүсе антиесемдәрҙы асыҡлау мөмкинлегем булмаһа, сирҙе йоҡторғанымды белмәҫ тә инем,” – тип һөйләгән директор.
Гинцбургтың әйтеүенсә, сит илдән ҡайтҡандан һуң тест унда антиесемдәрҙең юғары титрҙарын күрһәткән.
Фото:csn-tv.ru