Сәләмәт булайыҡ
14 Ғинуар 2022, 16:10

Күп нәмә медицинаның беренсел тармағынан тора

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Гайдар форумында ҡатнашты һәм медицинаның беренсел тармағын яңыртыу һәм кәрәклегенә айырым баҫым яһаны. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән аҡ халатлыларҙың да үҙ фекере бар.

Күп нәмә медицинаның беренсел тармағынан тораКүп нәмә медицинаның беренсел тармағынан тора
Күп нәмә медицинаның беренсел тармағынан тора

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә төбәк Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Гайдар форумында ҡатнашты һәм республикалағы медицина өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырҙы. Республика Башлығы һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә арналған фекер алышыу майҙансығында сығыш яһап, медицинаның беренсел тармағын яңыртыу кәрәклеген белдерҙе, күп нәмә тап унан тороуын билдәләне. Поликлиника, фельдшер-акушер пункттары халыҡ өсөн иң яҡын һәм мөһим дауалау урыны икәнлегенә баҫым яһаны.

Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән аҡ халатлыларҙың да үҙ фекере бар. Мәҫәлән, Сибай ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Надырғолов: "Беренсел звено һөҙөмтәле эшләһә, сирҙәр ваҡытында асыҡлана, үлем осраҡтары аҙыраҡ була. Ошо тармаҡты нығытыу мөһим мәсьәлә",- тине.

Радий Хәбиров белдереүенсә, милли проекттар буйынса республикаға 2025 йылға тиклем 18 миллиард һум аҡса бүленә. Был суммаға яңы поликлиника һәм фельдшер-акушер пункттары төҙөү, медицина учреждениеларын яңыртыу ҡарала. Башҡортостанда ике мең самаһы фельдшер-акушер пункты интернетҡа тоташтырылған. Глобаль селтәр ярҙамында пациенттарҙың анализ һөҙөмтәләре берҙәм системаға ебәрелә.

Фото: Радик Надырғоловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас