

Рәсәйҙә ыңғай ПЦР- тестары һәм антиесемдәре булған граждандарға коронавирустан сертификатты бер йылға бирәсәктәр, антиесемдәре булған, әммә ПЦР- тестарһыҙ граждандарға – ярты йылға. Был хаҡта вице-премьер Татьяна Голикова белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, ковид менән 2021 йылдың 1 ғинуарынан һуң ауырыған, әммә медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәгән кешеләр, антиесемдәргә анализ биреп, сертификат һорап мөрәжәғәт итә ала. Антиесемдәрҙең күпме булыуы мөһим түгел. ПЦР-тест тапшырмаған, әммә үҙен сирҙе үткәргән тип иҫәпләгән граждандарға шулай уҡ антиесемдәргә анализ бирергә тәҡдим ителә. Был осраҡта уларға ярты йылға сертификат биреләсәк. Сит ил вакциналары ҡаҙатҡан кешеләр, антиесемдәргә тест биргәндән һуң, ярты йылға сертификат ала.
Динә Арыҫланова