

Covid-19 тажзәхмәтен йоҡтороп, ике яҡлы полисегментар пневмония менән ҡаты ғына сирләп, Белорет ҡалаһындағы дауахананың инфекция бүлегендә ятып сыҡҡандан һуң, әлбиттә, был ҡурҡыныс һәм серле ауырыу хаҡында минең үҙ фекерем байтаҡ. Шулай ҙа артыҡ фәлсәфәгә бирелмәй, баштан үткәргәндәремде генә яҙырға тырыштым.
Эргәгеҙҙә дарыуҙар булһын...
Бөтәһе лә хәл бөтөүҙән һәм тик ятып тороу теләгенән башланды. Баҡсала иһә эш бөтмәгән, ҡайһы бер йәшелсә йыйып алынмаған, терн менән баланды ла йыйырға, бәрәңгене ҡаҙырға кәрәк. Бөтә ихтыярымды туплап, өлгөргән тиклем уңышты йыйҙым. Өлгөрмәгәне ятып ҡалды. Иң мөһиме – бәрәңгене йыйып, сорттарға айырып һалдым да... аяҡтан яҙҙым... Быуыным бөттө, атларлыҡ рәт ҡалманы. Өйгә нисек ҡайтып йығылғанымды хәтерләмәйем тиерлек. Парацетамол эскәс, әҙерәк температурам төшкәндер, күрәһең, тороп сәй эсерлек хәлгә килдем. Үҙемсә хәл иттем: “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратыуҙан файҙа юҡ, ауыл фельдшеры бер айлыҡ курсҡа киткән, тимәк, миңә үҙемде үҙем дауаларға ҡала. Ә өйҙә әлеге парацетамолдан башҡа бер дарыу ҙа юҡ. Ғөмүмән, мин дарыу эсергә яратмайым, йыймайым да тиерлек. Сирҙән һуң тәүге һығымта: эргәгеҙҙә һәр саҡ дарыуҙар булһын, тажзәхмәткә ҡаршы гормональ препараттар, антибиотиктар, йүтәлдән һәм йөрәк аритмияһынан таблеткалар, ҡанды шыйығайтыусы таблеткалар һәм башҡалар...
Шулай, аҙнанан ашыу юғары температура менән сирләп яттым, әгәр өлкән ейәнсәрем шылтыратмаһа, әйтә алмайым, ни менән бөтөр ине.
– Өләсәй, һин бит ауырыйһың, – ти. – Тауышың үҙгәргән...
– Юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, – тинем. – Баҡсала эшләп, арыным, шул ғына. Әсәйеңә “ауырый” тип әйтеп ҡуйма.
Ҡыҙыма өндәшһә, эш олоға китеп барыр йә дауаханаға шылтыратыр, тип ҡурҡам. Балалар ҙа, ейәнсәрҙәр ҙә алыҫта, уларҙы борсоғом килмәй.
Шулай булды ла. Юлия әсәһенә хәбәр иткән, ҡыҙым – “Ашығыс ярҙам”ға... Нисектер, ярҙам машинаһы бик тиҙ килеп еткән һымаҡ булды, ейәнсәрем менән һөйләшеүгә ярты сәғәт үттеме-юҡмы. Температурамды үлсәнеләр, һаман юғары. Электрокардиограмма эшләнеләр, “был йөрәк менән йыһанға осорға була” тине фельдшер ҡатын. “Ә мин 2005 йылда миокард инфаркты үткәрҙем”, – тинем. “Шул саҡтағы ҡағыҙыңды күрһәт – ышанам, ә былай ышанмайым”, – ти. “Регистратура менән табип араһында йөрөп юғалды”, – тинем. Ҡыҫҡаһы, сәғәткә яҡын башты ҡаңғыртыуҙан бүтән файҙаһы теймәне “Ашығыс ярҙам”дың. Берсә “кейен, алып китәм” тип бойора, берсә “юҡ, алып китмәйем, унда хәҙер барыбер ҡарамайҙар”, тип аптырата. “Берәр укол булһа ла ҡаҙағыҙ, – тип һорайым. – Температура төшөрә торғанын йә һыҙланыуҙы баҫҡанын”. Хәлем хөрт, быуылып йүткерәм. “Ярай, кейен, мин сыға торам”, – тип сығып китте. Дөм-ҡараңғы, эләгә-йығыла сыҡтым, дауаханаға китергә тип. Инде машинаға ултырайым, тиһәм: “Юҡ, алып китмәйбеҙ, унда был мәлдә врачтар юҡ, иртәгә “Красная зона”ға бар”, – тине лә кешеләр һаулығы һағында уяу тороусы, машина китеп тә барҙы.
Саҡ инеп йығылдым. Ул арала Сибайҙан Рәмилә дуҫым шылтыратты. Һөйләшерлек хәлем юҡ, “Ашығыс ярҙам” бер ярҙам да күрһәтмәне, тип әйтә алдым былай.
Иртәгәһенә ике таблетка парацетамол эстем дә иртәнге автобусҡа сыҡтым. Йүтәл көсәйҙе, башҡа пассажирҙарға арҡа менән боролоп ултырҙым. Район үҙәгенә урап йөрөйбөҙ, Йәнгелдә икенсе автобусҡа күсеп ултырабыҙ. Дөйөм алғанда, беҙҙән Асҡарға 35 саҡрымлап йыйыла.
Дауаханаға тәпәйлә!
“Красная зона” тигәндәренә яҡын барырлыҡ түгел, йөҙ ҙә нисәнсе булып яҙылдым. Медиктарҙан кемдер сығып, сәғәт бергә тиклем генә эшләүҙәрен белдерҙе. Һыу буйы сират кәмерҙәй түгел. “Йүтәл башланып, температура булһа, дауаханаға барып йөрөмәгеҙ, кеше менән аралашмағыҙ, табипты йортоғоҙға саҡырығыҙ”, – тигән әкиәткә ышанмағыҙ, был – минең икенсе һығымтам.
Әгәр бәхетегеҙҙән өйөгөҙгә “Ашығыс ярҙам” килгән икән – фельдшерға “сат” йәбешегеҙ, алып китеүҙәрен талап итегеҙ. Был инде өсөнсө һығымта.
...Был рәүешле табипҡа ғүмерҙә лә эләгә алмаҫымды аңлағас, сөнки иртәнге 9-ҙа беҙҙән ҡуҙғалған автобус Асҡарға ун беренсе киткәс кенә барып етә, ә ул ваҡытта йәнә шул уҡ һыу буйы сират йыйылып өлгөрә, мин стационарға сирлеләрҙе ҡабул итә торған бүлмәгә киттем. Хәлемде аңлаттым. Хәйер, ул былай ҙа күренеп тора ине. Дежур табип (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул егеттең исем-фамилияһын да һорамағанмын) йәһәт кенә рентгенға йүнәлтмә бирҙе, ә рентгенолог, эш сәғәте бөтөүгә ҡарамаҫтан, мине ҡабул итте, бөтә ғүмерен медицинаға арнаған тәжрибәле табибә Рәйлә Рәшит ҡыҙы Мусина дөрөҫ диагноз ҡуйҙы. Уларға ололарҙан-оло рәхмәтемде белдерәм. Хоҙай бөтәһенә лә бәхет-ҡыуаныстар насип итһен. Әлеге табиптарҙың ярҙамы менән ҡабат “Красная зона”ға килдем. Егерме биш минуттан бер тула ине. Сират еткермәгәндәр таралған, берәү ҙә юҡ. Икенсе кабинетта ҡабул иткәндәрен аңлағайным инде, анализ алыусы лаборант йәһәт кенә эшен башҡарҙы, миңә тиҙерәк табипҡа инергә ҡушты, ҡыҙғаныс, әммә уның исемен дә белмәйем, уға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Күҙемә салынған тәүге кабинетҡа барып индем.
– Юҡ, беҙҙең эш сәғәте бөттө, барығыҙ теге кабинетҡа, – тинеләр.
Икенсеһендә мине ҡарауҙан баш тартырға маташтылар.
– Зинһар, ярҙам итегеҙ, мин бит алыҫ ауылдан, – тип ялбарам. Эш сәғәте бөтөүгә әле ун биш минут бар. Табип (әле ул бик йәш, киләсәктә, бәлки, сирлеләргә мөнәсәбәтен үҙгәртер, тигән ниәттә, фамилияһын атамайым) аяғөҫтө баҫҡан килеш рентген ҡағыҙын ҡараны ла: “Все чисто, ничего страшного”, – тип, шәфҡәт туташына ОРЗ тип күрһәтергә ҡушты. Ә ул арала шәфҡәт туташы Рәйлә Рәшит ҡыҙы ҡуйған диагнозды ҡысҡырып уҡып өлгөрҙө: ике яҡлы пневмония. Медицинанан бик алыҫ булған мин дә рентген ҡағыҙында “барыһы ла нормаль түгел” икәнлеген күргәйнем инде, унда, күп һандағы таптарҙан тыш, уң яҡ үпкәмдә ҙур ғына урында ҡап-ҡара күләгә лә бар ине хатта. Барыбер йәш табип үҙ һүҙендә ҡалды: киҙеү, йәнәһе.
– Ун бишендә килегеҙ, – тине лә “белдекле” табибә, телдән генә бер нисә дарыу исемен атап, миңә ҡайтып китергә ҡушты. Был хәл 7 сентябрҙә булды. Ә иртәгәһенә телефоныма хәбәр килде: анализда ковид асыҡланған.
Гөлфиә Фәнил ҡыҙы Хәлилованың ярҙамы менән мине “Ашығыс ярҙам” машинаһында Белоретҡа оҙаттылар. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгес булып сыҡты ул.
Йәнә бер һығымта: анализ ковид күрһәткән икән, мотлаҡ табипҡа күренергә, әгәр “красная зона” киҙеү, тымау һ.б. диагноз ҡуйған икән, ышанмаҫҡа, һигеҙ-туғыҙ көн буйы ҡайтанан тәжрибәһеҙ медикка барыуҙы көтөп ятмаҫҡа кәңәш итәм. Соvid-19 организмды бик тиҙ ҡаҡшата, өйҙә ятып, дарыуҙар менән дауаланған һәм һауыҡҡан кешеләр бар, әлбиттә, әммә улар үҙ ваҡытында тейешле препараттарҙы ҡулланып өлгөргән. Туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ араһында терапевтар, пульмонологтар юҡ икән, иң яҡшыһы – дауаханаға тәпәйләү.
Ал-ял белмәй бурыстарын үтәйҙәр
Белоретта ҡала дауаханаһының инфекция бүлегенә эләктем. Мине “Ашығыс ярҙам” машинаһында оҙатып килгән медик егеттең исем-фамилияһын белмәйем, шундай иғтибарлы, ярҙамсыл булып сыҡты, ул әйберҙәремде күтәрешеп йөрөтһөнмө, үҙемә машинаға ултырып-төшөргә ярҙам итһенме. Юл ыңғайы Байым яғындағы ауылдан йәнә бер сирле ағайҙы ултыртып алғайнылар, көн элек кенә ҡатыны ошо алама вирустан китеп барған. Мин белгән кешеләр булып сыҡты. Ағай үҙ машинаһында оҙата килгән ҡыҙының, ҡабул иткән табиптың, беҙҙе фәрештәләй һаҡлап, ҡурсалап килгән медик егеттең өгөтләүенә ҡарамай, шул уҡ машинала кире ҡайтып китте. Телендә бер һүҙ: “Кисә генә ҡатыным вафат булды...”.
Тәүҙә 14-се палатаға эләктем. Белореттан 75 йәшлек Маргарита Солодкова, Бөрйәндән башланғыс класс уҡытыусыһы Флүрә Хоҙайбирҙина – өсәү яттыҡ. Хәлебеҙ бер сама: ҡан баҫымы берсә төшә, берсә күтәрелә. Өҫтәүенә, миндә шәкәр күтәрелеп китте, утыҙға барып етә, таблетка менән төшөрә алмағас, көнөнә дүрт тапҡыр инсулин һала башланылар. Уколға ултыртмағыҙ инде мине, тип инәләм. Хатта инсулин да нормаға ҡайтара алмай, иң түбән кимәл – 12-13. Шәкәр диабеты менән сирләүселәр ковидты ауыр үткәрә, тигәндәренә инандым. Көнөнә өс-дүрт система, уколдар яһайҙар. Система һуңғараҡ биш-алтыға барып етте. Ул арала Флүрә иптәше Хәлил менән (ул да сирләп килгәйне) йүнәлеп ҡайтып китте, ә Маргарита Григорьевна менән мине алтынсы палатаға күсерҙеләр. Аңлауымса, интенсив терапия бүлмәһе булды шикелле, өс ҡарсыҡ, беребеҙ ҙә тороп йөрөй алмай, өсөнсөбөҙ – Белорет ҡалаһынан 80 йәшлек Галина Калистратова. Карауат эргәһендә – һәр беребеҙгә кислород “мендәре”. Галина Павловна менән минең сатурация һәйбәт: туҡһан өстән аҫҡа төшмәй. Ваҡыт-ваҡыты менән миндә 98-99 процентҡа ла барып етә, үҙемдән бигерәк шәфҡәт туташтары, дауалаусы табибым Гөлнара Зөфәр ҡыҙы Абдуллина ҡыуана. Сатурация – ул ҡандың кислород менән тәьмин ителгәнлеге. Баштан уҡ кислород “мендәре” кейеүҙән баш тарттым. Тын ҡыҫылыуын үҙем еңеп сығырға тейеш инем. Әйткәндәй, даими рәүештә дарыуҙар йоғонтоһонда ятһам да, арҡалар әрнеп һыҙлай, ҡалаҡ һөйәктәре ҡыҫа, күкрәк ауыртып, тын ҡыҫыла, иркенләп һулыш алыр әмәл юҡ. Һыуҙы күп эсергә ҡушалар, тик йөҙтүбән ятырға кәрәк. Быға өйрәнеүе ауырыраҡ.
Сатурацияһы гел 90 проценттан түбән булғас, Маргарита Солодкованы махсуслаштырылған госпиталгә оҙаттылар. Бармаҫҡа бик тартышты, зинһар, ебәрмәгеҙ унда, мин йүнәләм, тип инәлгәс, бер тәүлеккә ҡалдырып торғайнылар ҙа, хәле арыуланманы.
Беҙҙе ҡараған врачтар, шәфҡәт туташтары бик һәйбәт булды. Улар ауыр махсус кейемдә ал-ял белмәй үҙ бурыстарын үтәй. Нисек кенә арымаһындар, йылы һүҙен дә табалар, арҡанан һөйөп тә алалар. Гөлнара Зөфәр ҡыҙынан:
– Скажите, а я выкарабкаюсь? – тип һорауға ул:
– Я вас вытащу, – тип яуап бирҙе.
Һәм мин уға ышандым. Ғөмүмән, табип менән ауырыу араһында үҙ-ара ыңғай мөнәсәбәт булыуы мөһим, тип иҫәпләйем. Бөгөнгө тажзәхмәттән дауаланғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт. Был –беренсенән. Икенсенән, ауырыу, хәле бик насар булғанда ла, ышанысын юғалтмаҫҡа тейеш.
Беребеҙҙе госпиталгә алып киткәстәре, Галина Павловна менән мине айырҙылар, шулай итеп, 4-се палатаға күстем. Беҙ ятҡан 6-сы палатаға иһә ун дүрт кенә көнлөк сабыйҙы алып килделәр. “Әсә ҡарынында уҡ зарарланған”, – тинеләр.
Барыһына ла рәхмәтлемен
Дүртенсегә өсөнсө булып күсендем, Белорет районының Оло Йылға ауылынан Әнүзә Зөбәйерова һәм Надежда (исеме үҙгәртеп алынды) исемле ҡатын эргәһенә. Мажараһыҙ ғына барған дауаланыу бөттө. Серем итеп кенә барам, бер заман карауатымды кемдер һелкетә, өҫтөмдән юрғанды тартып алырға маташа.
Ҡараһам, эргәләге карауатта ятҡан Надежда.
– Нишләйһегеҙ?! – тим.
– Бир минең юрғанды! – тип ҡысҡыра.
Әнүзә лә тауышҡа уянды.
– Уның башы эшләмәй, – тигәс, юрғанды бирҙем инде.
Тынысланғандай итте лә: “Һин нишләп минән көләһең? Әйт, һин ниңә мине бәхетһеҙ иттең?!” – тағы әллә ниҙәр һөйләп, миңә ҡайтанан бәйләнә башланы. Үҙе мине коридорға һөйрәй, “хәҙер күрһәтәм мин һиңә!” тип янай.
Санитарка, шәфҡәт туташы, дежур табип йүгереп инде. Өс-дүрт укол һалдылар. Бер йоғонтоһо булманы. Әнүзәнән дә, минән дә йоҡо ҡайғыһы китте, Надежда һаман миңә ташлана: “Һин Рәмилә бит, мин һине шундуҡ таныным”, – тип аптырата. Медиктарға: “Һеҙ мине үлтерергә уйлайһығыҙ”, – тип ҡысҡыра. Ахырҙа уны бәйләп һалып ҡуйҙылар. Бер ирҙең, өс йәш ҡатындың көсө саҡ етте. Унда ла тынысланманы Надежда, ысҡынырға маташа: “Ярҙам итегеҙ, үлтерәләр!” – тип яр һала. “Бауы ысҡына ҡалһа, көн бөттө”, – тип ҡурҡып ятам, ҡайҙа ул йоҡлау. Иртәгәһенә уны психиатрия дауаханаһына оҙаттылар. Урынына математика уҡытыусыһы Наилә Фәхретдинова килде. Палатала тыныс булып ҡалды.
Яңы палатала дауалауҙы Гөлнара Дамир ҡыҙы Хәсәнова дауам итте. Ул да бик итәғәтле, үҙ эшенең оҫтаһы булып сыҡты.
Мәҡәләм һуңында дуҫтарым хаҡында ла кәлимә һүҙ. Мине ауылдан “Ашығыс ярҙам” алып китмәгәс, температурам 39-ға барып етте, тап шул ваҡытта Сибайҙан студент йылдарынан уҡ дуҫ булған Рәмилә әхирәтем шылтыратты, тигәйнем инде. Тыным быуылғас, һөйләшә алманым, ә ул ярҙам һорап, Өфөгә шағирә Тамара Искәндәриәгә хәбәр иткән. Тамара Асҡар поликлиникаһында онколог булып оҙаҡ йылдар эшләгән Ринат Таңғатар улы Мәһәҙиевкә шылтыратҡан. Артыҡ ығы-зығы тыуҙырғаным өсөн бик уңайһыҙландым, ләкин уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Битараф ҡалмағандары өсөн.
Белоретта ятҡанда, яҙыусы Фәриха Вәлиуллина дарыуын да, бишбармаҡ бешереп тә, бүтән төрлө тәм-томон да ташыны. Беҙ телефон аша ғына аралаштыҡ, әлбиттә, ләкин Фәриханың күстәнәстәре миңә сикһеҙ көс өҫтәне. Дауаханала һәйбәт ашаталар, кефир менән алмаһына тиклем бирәләр, әммә өй ризығы бик ярап ҡалды. Әҙерәк арыуланғас, Фәриханың “Ҡорама” һәм Фәйез Харрасовтың “Тауҙарҙа тыуған елдәр” исемле китаптарын уҡып кинәндем.
Иң яҡшыһы – сирләмәү
Үҙем йәшәгән Таҡһыр ауылында Рәмилә менән Әнәс Кәримовтарҙың эскерһеҙ ярҙамын күреүем бер бөгөн түгел. Ҡайҙа китһәм дә, донъямды уларға тапшырып юлланам. Был юлы ла атҡарып өлгөрмәгән йомоштарымды улар теүәлләгән, аҙыҡ-түлекте тәрбиәләп, кәртүкте, башҡаһын үҙҙәренең баҙына һалып, кәртә-ҡураны бикләп ҡуйғандар. Бөгөн булһын йорт-ҡурама улар күҙ-ҡолаҡ, сөнки 2019 йылда төҙөп сыҡҡан өйөмә өсөнсө йыл инде йылылыҡ үткәрә алмайым, шуға күрә район үҙәгендә йәшәп ятам. Көндәр йылынғанға тиклем.
Ҡыйғынан һеңлем Фәйрүзә Тахауова, Өфөнән режиссер Раушания Нәзирова, Йәнгелдән балалыҡ дуҫым Фәйрүзә Кейекҡужина, Гусевтан Хәмиҙә Фәтҡуллина, Әлфинә Сафиуллина, Таҡһырҙан Ләлә Һиҙиәтова, Рәмилә Ласынова, Сибайҙан Рәмилә Рыҫмөхәмәтова һәм башҡалар хәлемде белешеп кенә торҙо. Балаларыма һәм ейәнсәрҙәремә, дуҫтарыма мең рәхмәтлемен.
Кемдә нисектер, миндә иһә сирҙең иң ауыр осоро унынсы көндәрҙә башланды. Температура төшкәс тә әле хәл кермәй ыҙалатты, һөйләшеүе лә ауыр ине, быуындар тотмай, һаташтыра. Сирҙең тәүге көндәренән үк һаташтым, дауаханала ике-өс көн табиптар тәүлек әйләнәһенә күҙәтеп торҙо. Үҙем һөйләнгәндән иҫемә киләм дә тағы ниҙер мыңғырҙай башлайым. Минең менән бер палатала ятҡан ауырыуҙарҙың береһе лә һаташманы шикелле.
Ниһайәт, сағыштырмаса йүнәлеп ҡайттым. Аҙнаға яҡын сығып та йөрөй алманым. Унан әкренләп саф һауаға сыҡтым. Беренсе ҡат һауаның шул тиклем дә тәмле булыуын тойҙом. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡайтанан атларға өйрәндем. Урамда аяҡтарын һөйрәп, ауа-түнә барған кешене осратһағыҙ, иҫерек тип уйламағыҙ, моғайын, ул ковид-сирлелер. Тәүге мәлдә хатта сәйнүкте лә күтәреп булмай. Ашағансы хәлдән таяһың, ике-өс аҙым атлаһаң, ҙур эш башҡарғандай, хәл алырға кәрәк.
Шөкөр, бөгөн көнөнә кәмендә алты-ете саҡрым ер үтәм. Шулай ҙа физик көсөргәнеш күбәйә башлаһа, ҡапыл хәлдән тайҙыра. “Ковид ярты сәләмәтлекте алып китә” тигәндәре лә хаҡтыр, әленән-әле үҙен һиҙҙереп кенә тора. Йөрәк тулаһынмы, аяҡ-ҡулдар һыҙлаһынмы, баш ауыртһынмы, арҡа сәнскеләп әрнеһенме...
Иң яҡшыһы, әлбиттә, сирләмәү. Сәләмәт булайыҡ, һаҡланайыҡ.
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Р.S. Сир һылтауы менән дарыу бик ҡиммәтләнде, мин, мәҫәлән, эпикризда тәғәйенләнгән бер генә дарыуҙы ла ала алманым, үҙемсә яҙа-йоҙа дауаландым, процедураларға ла йөрөп булманы, ә бына ике ай үткәс, баштан-аяҡ тикшерелергә тура килде. Шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт, бары тик ҡан ҡуйылығы ғына борсой. Әле кәрәкле дарыу эсеп, көн һайын оҙайлы ваҡыт һауала йөрөп, еләк-емеш ашап, әҙәм булып киләм...
Иң мөһим һығымта: оптимист булығыҙ, сирҙе еңерегеҙгә ышанығыҙ. Шул саҡта һеҙгә Аллаһу Тәғәлә үҙе ярҙамға килер, организмығыҙ ҙа бөтә көсөн һауығыуға йүнәлтер...