

2021 йылдың йәйендә Нияз Муллағәлимовҡа операция яһағанда йөрәге туҡтап, реанимацияға һалалар, тик ошо мәлдә уның мейеһе зарарлана. Үҫмер хәрәкәт итә һәм һөйләшә алмаған ғәрипкә әйләнә.
Был осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү эше алып бара. Ә бәхетһеҙлеккә тарыған үҫмерҙең ата-әсәһе ғәзиздәрен аяҡҡа баҫтырыр өсөн ярҙам һорап халыҡҡа мөрәжәғәт итә.
Декабрҙән Нияз Мәскәүҙәге Федераль мейе һәм нейротехнологиялар үҙәгендә дауаланыуҙа. Кеше хәленә битараф ҡалмаған халыҡтан йыйылған аҡсаға бер курс реабилитация үтелгән дә инде, икенсеһенә лә түләнгән. Үҫмер тағы ла логопед, психолог менән дә шөғөлләнә.
Туғандары әйтеүенсә, үҫмерҙең хәле яйлап булһа ла һауығыуға табан бара. Нияз үҙе тотоп ашарға тырыша, кеше ярҙамы менән аяғына баҫа һәм үҙаллы коляскаға ултыра башлаған. Тик әлегә һөйләшә алмай, үтенес-теләктәрен яҙып белдерә.
Табиптарҙың фаразынса, юғалған функцияларҙы яңынан тергеҙергә мөмкин, тик бының өсөн оҙайлы дауаланыу һәм ауырыуҙың ныҡышмалы тырышлығы, яҡшыға өмөтө кәрәк буласаҡ әле.
Фото:социаль селтәрҙән.