Сәләмәт булайыҡ
15 Ғинуар 2022, 09:00

Улар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара

Салауат Хафизов, хеҙмәттәше токтан һуғылғас, ярҙам итергә була.

Улар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡараУлар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара
Улар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара

Былтыр “Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен республикабыҙҙың 301 кешеһе алды. Хәҙер беҙҙә ундай маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар һаны 11 меңгә етте. Республика ҡан биреү станцияһы шулай уҡ плазма, тромбоциттар һәм эритроциттар ҡабул итә. Был элементтарҙы аппаратта айыралар, ә ҡанды донорға кире ҡайтаралар. Бөгөн хеҙмәт нисек эшләй?

Ҡайһы берәүҙәр осраҡлы рәүештә донор була. Мәҫәлән, Салауат Хафизов, хеҙмәттәше токтан һуғылғас, ярҙам итергә була. Хәҙер ул ҡанды 51-се тапҡыр биргән. Һаулығы яҡшы, бер биргәндә 600 миллилитр плазма тапшыра. Аппарат элементтарҙы айырғандан һуң ҡан хужаһына кире ҡайтарыла.

Ҡан биреү өсөн тәүҙә ябай ғына тикшереүҙе үтергә,  ҡан төркөмөн  һәм гемоглобин кимәлен асыҡларға кәрәк.  Плазма биреү бер сәғәт тирәһе ваҡытты ала. Ә ҡанды биш минут эсендә алалар. Шуға күрә табип-трансфузиолог Артур Мусин уны эш араһындағы тәнәфестә тапшыра.  Донацияны 125 тапҡыр үткән. Ике тапҡыр почетлы донор исемен алған булыр ине, тик билдә бер тапҡыр ғына бирелә.  

Былтыр республика халҡы 46 мең литр ҡан тапшырған. “Тромбоциттарҙың яраҡлылыҡ срогы ни бары ете көн. Шуға күрә уны даими әҙерләргә кәрәк. Эритроциттар 42 көнгә тиклем йәшәй, шуға күрә беҙгә даими донорҙар талап ителә,” – ти бүлексә мөдире Фирүзә Хәлилова.

Почетлы донорҙарға йылына бер тапҡыр 15 мең һум күләмендә аҡса түләнә. Отпускыны теләгән ваҡытта алырға була. Һау-сәләмәт кеше генә донор була ала, тимәк, сәләмәтлегеңде йыш ҡына тикшереү тороу мөмкинлеге бар. Татуировкалар ҡан биреү өсөн ваҡытлыса ҡаршылыҡ булып тора, уны эшләгәндән һуң дүрт ай үткәс кенә донор булыу мөмкин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас