Сәләмәт булайыҡ
16 Ғинуар 2022, 11:00

Ни тиклем аҙыраҡ аралашһағыҙ , шул тиклем яҡшыраҡ...

Ни өсөн беҙ яңы штамм ябырылыуын һағайып, хәүефләнеп көтәбеҙ?

Ни тиклем аҙыраҡ аралашһағыҙ , шул тиклем яҡшыраҡ...Ни тиклем аҙыраҡ аралашһағыҙ , шул тиклем яҡшыраҡ...
Ни тиклем аҙыраҡ аралашһағыҙ , шул тиклем яҡшыраҡ...

“Омикрон” республикаға үтеп инде, кешеләр сирҙе сит илдә түгел, ә үҙебеҙҙең биләмәлә йоҡторған. Тимәк, йоғошло, етеҙ, мәкерле сирҙең тиҙҙән бөтә республиканы ялмап алыу ихтималлығы көслө. Яңы штамдың билдәләре, унан һаҡланыу ысулдары тураһында һәр кем яҡшы белергә тейеш. Ни өсөн беҙ уның ябырылыуын һағайып, хәүефләнеп көтәбеҙ?

Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы Нәүфәл Заһиҙуллин әйтеүенсә, яңы штамдың йоғошлолоғо “дельта” менән сағыштырғанда 7-10 тапҡырға юғарыраҡ. Төп билдәләре: мускулдарҙың ныҡ йомшарыуы, йүтәл, тымау, хәлһеҙлек. ”Омикрон”ға балалар ҙа бирешә. Йышыраҡ юғары тын алыу юлдары зарарлана, бронх һәм трахеялар зыян күрә.

 Табиптың әйтеүенсә, “омикрон” бик ҙур тиҙлек менән тарала, хатта ғәҙәттәге битлектәр ҙә йыш ҡына  сир йоғоуынан һаҡлай  алмай. Ауыр йөрәк, үпкә, бауыр, бөйөр сирҙәренә дусар булғандар өсөн яңы штамм ныҡ хәүефле.

– Вакцина, һис һүҙһеҙ, сирҙең ауыр үтеүенән һәм үлемдән  ҡурсалай.  Шуға өҫтәп, битлек һәм социаль дистанция режимын күҙәтеү мөһим. Халыҡ күп йыйылған урында булмаҫҡа тырышығыҙ. Ун кешенең береһе сирле булһа, бөтәһен да зарарлауы ихтимал. Ни тиклем бәйләнештәр аҙыраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ. Ике-өс аҙнанан яңы тулҡындың баҫып алыуы мөмкин.

Фото:Buzaevclinic.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас