Сәләмәт булайыҡ
17 Января 2022, 09:30

72 кешенең хәле ауыр

Вакцинация буйынса алдынғы һәм артта ҡалған райондар кемдәр? 

72 кешенең хәле ауыр72 кешенең хәле ауыр
72 кешенең хәле ауыр

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, әле 72 кеше ауыр хәлдә.

Дөйөм һандар шундай: сирҙе пандемия башланғаны бирле 125560 кеше йоҡторған, уларҙың 240-ы һуңғы тәүлектә. 116600 кеше һауыҡҡан, 295-е бөгөн.

– Әле 4365 кеше ауырый, уларҙың 4232-һе өйҙә дауалана, 133 кеше – дауаханаларҙа ята. 72 кешенең хәле ауыр, улар интенсив терапия палатаһында ята һәм ғүмере өсөн көрәшә, – тине министр.

Бөгөн республикала йоғошло ауырыуҙар өсөн 1645 урын әҙерләнгән. Әле уларҙың 36 проценты биләнмәгән.

Вакцинация буйынса һандар шулай: уның беренсе компонентын – 2 253 973 кеше һалдырған. Был тейеш булғандарҙың 72 проценты. Тулыһынса прививканы 2 128 538 кеше яһатҡан (68 процент). 239852 кеше ревакцинация эшләткән. Башҡортостан бөтәһе 2 914 858 доза вакцина алған.

Вакцинация кимәле буйынса алдынғы райондар: Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Саҡмағош, Стәрлебаш, Кушнаренко, Өфө, Миәкә, Ҡариҙел, Баҡалы, Дүртөйлө, Тәтешле, Ҡалтасы, Дәүләкән, Асҡын, Шаран, Бишбүләк, Ғафури, Балтас, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Нурман һәм Архангел райондары.

Артта ҡалғандар: Хәйбулла, Мәсетле, Бәләбәй, Мәләүез, Белорет райондары, Салауат, Бөрө, Күмертау, Октябрьский, Межгорье, Сибай ҡалалары.

Фото: kirov.kp.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас