Сәләмәт булайыҡ
17 Ғинуар 2022, 07:30

Нервыларҙы ла, ваҡытты ла һаҡларға ярҙам итәсәк

Тормошобоҙ һанлы форматҡа күсә бара, киләсәгебеҙ уның менән бәйләнгән...

Нервыларҙы ла, ваҡытты ла һаҡларға ярҙам итәсәкНервыларҙы ла, ваҡытты ла һаҡларға ярҙам итәсәк
Нервыларҙы ла, ваҡытты ла һаҡларға ярҙам итәсәк

Коронавирус  пандемияһына ҡарамай,  һаулыҡ һаҡлау тармағына бығаса булмағанса көтөлмәгән яңылыҡтар, һаҡсыл функциялар, тиҙлекле мәғлүмәт ресурстары индерелеүен матбуғат биттәрендә, социаль селтәрҙәрҙә генә түгел, көндәлек  тормошобоҙҙа асыҡ күрәбеҙ. Был яңылыҡтар ваҡытты экономияларға, дауалау сифатын яҡшыртырға, документтар әйләнешен үтә күренмәле итергә булыша. Ҡатмарлы һандар килтереп тормайынса, ғәҙәттәге тормошобоҙға күҙ һалайыҡ.

...Бына беҙ поликлиникаға барып, анализдар биреп ҡайтыуға уның һөҙөмтәләре ”Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге шәхси кабинетҡа килеп тә еткән, хатта уларҙы табип ҡарап та өлгөрмәгән әле. Документтарҙың электрон рәүештәге әйләнеше ябайлығы, үтә күренмәлелеге, хатаһыҙлығы, тиҙлеге менән табиптарҙың эшен күпкә еңеләйтте. Мәҫәлән, электрон “больничный”ҙарҙың өҫтөнлөгөн табиптар ғына түгел, пациенттар ҙа юғары баһаланы. Белгестәргә ҡағыҙ тултырыуҙан ҡотолоу менән бергә ваҡытты, ресурстарҙы экономияларға, ауырыу тарихы менән тиҙ танышырға мөмкинлек артты. Һанлы медицина ауыл ерҙәренә лә ҙур яңылыҡ алып килде. Мәҫәлән, фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациентҡа яһалған электр кардиограммаһы миокард инфарктын асыҡлаһа, мәғлүмәт шунда уҡ кардиология үҙәгенә китәсәк. Ғүмерҙе ҡотҡарыу өсөн “алтын сәғәт” эсендә ауырыуҙы тиҙ дауаханаға илтергә, тәүге ярҙам күрһәтергә мөмкинлек тыуа тигән һүҙ.

"Республикабыҙҙа бөтә медицина ойошмалары 2013 йылдан алып берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында эшләй. 205 медицина ойошмаһында бер юлы 20 меңдән ашыу белгес ошо системанан файҙалана", – ти ошо мәсьәлә өҫтөндә ун йылға яҡын эшләгән һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары  Динара Рәйес ҡыҙы Йәнекәйева.

Республикала медицина документтарының берҙәм һанлы базаһы булдырылған, унда беҙҙә йәшәгән һәр кем тураһында мәғлүмәт һаҡланған дүрт миллиондан ашыу электрон медицина картаһы тупланған. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, 600 миллиондан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы, тиҫтәләгән миллион лаборатор тикшеренеү, рецептар, электрон “больничный”ҙар барыһы ла бер базала! Система – медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн көндәлек эш ҡоралы, иң мөһиме, уның нигеҙендә сервистар һәм хеҙмәттәр эшләй.

Башҡортостан электрон медицина документтар әйләнешенә күсеүгә йүнәлтелгән һәм тормошҡа ашырылған федераль пилот проекттары һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Күрше өлкә һәм республикаларҙан, хатта Камчатканан тәжрибә уртаҡлашырға килгәндәр. Киләсәктә медицина ойошмаларының федераль учреждениелар менән электрон бәйләнешен булдырыу, йүнәлтмәләрҙе медик-социаль экспертизаға тапшырыу, тыуыу һәм вафат булыу тураһында медицина танытмаларын электрон рәүештә ЗАГС-тарға ебәреү буйынса пилот проекттарын тормошҡа ашырыу ҡарала.  “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәм пациенттың “Минең һаулығым” шәхси кабинетында табипҡа яҙылырға, өйгә саҡыртырға, вакцина яһатыуға яҙылырға, сертификат алырға, үҙеңдең электрон медицина документтары менән танышырға, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Табипҡа, үҙеңдән тыш, балаңды һәм башҡа кешене лә яҙҙырырға мөмкин. Бының өсөн хеҙмәтте һайларға, Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы мәғлүмәттәрен тикшерергә, поликлиниканы, табипты, килеү ваҡытын һайларға мөмкинлек бар. Республика табипты өйгә саҡырыу сервисы хеҙмәтен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына илдә тәүгеләрҙән булып сығарҙы. 2021 йыл башында вакцина яһатыу кампанияһы башланғас, прививка ҡаҙатыуға яҙылыу хеҙмәтенә ихтыяж тыуҙы. Тармаҡты һанлаштырыуҙың киләсәге ҙур, яһалма интеллектты файҙаланып, диагностика технологияларын индереү, пациенттарҙың сәләмәтлеген дистанцияла тикшереү ҙә тау аръяғында түгел. Һанлы технологиялар ашығыс ярҙам кәрәккәндә пациенттың сәләмәтлегенә ситтән тороп мониторинг үткәрергә, ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен,  меңәрләгән халыҡ тупланған Сибайҙа йә Стәрлетамаҡтамы,  йә булмаһа,  халҡы йөҙҙән  дә артмаған төпкөлдәме,  табип  медицина ярҙамы күрһәткәндә  уның электрон медицина картаһын күрә,  диагнозы, ниндәй тикшеренеүҙәр үтеүе  менән таныша  ала.

 Яңы йыл башында Башҡорт дәүләт медицина университетының  Һанлы медицина институты асылыуы медицинаны һанлаштырыу һәм камиллаштырыу яғына яһалған тағы бер аҙым булды. Был – ситтән тороп эшләүсе телекоммуникациялар, алыҫтан тороп республика төпкөлдәрендә йәшәүсе халыҡҡа консультация биреү  һәм  юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү   мөмкинлеге тигән һүҙ.

Былтыр Башҡорт дәүләт медицина универитеты составына Бөтә Рәсәй  күҙ һәм пластик хирургия үҙәге инде. Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын бөтә ресурс базаһы менән тапшырыу тамамланасаҡ.  Бындай тупланыш һөҙөмтәһендә республикала ҡеүәтле офтальмология кластеры булдырыласаҡ. Был халыҡ өсөн, бөтә тармаҡ, медицина фәнен һәм практикаһын үҫтереү өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт  һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы, депутат  Салауат Рәхмәтуллин республика етәксеһе Радий Хәбировтың ХIII Гайдар форумындағы  һаулыҡ һаҡлауҙың милли системаһы тураһында фекер алышыуҙағы сығышына аңлатма биреп,  Башҡортостандың һаҡлыҡ һаҡлау тармағында  һуңғы ваҡытта тәрән үҙгәрештәр барыуын билдәләне.”Пациенттарҙың  нервыларын һәм ваҡытын  һаҡларға ярҙам  иткән һанлы сервистарҙан бик ашығыс эшләргә , һәр минутын ҡәҙерләргә өйрәнгән  йәштәр генә файҙаланмай хәҙер.Өлкән быуын да һанлы форматтың ни тиклем уңайлы һәм файҙалы булыуын аңлай. Республикала хеҙмәттәр алыу өсөн альтернатива бар, бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.Тормошобоҙ һанлы форматҡа күсә бара, киләсәгебеҙ уның менән бәйләнгән,”– тине депутат.

Фото: Lenta.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас