Сәләмәт булайыҡ
17 Ғинуар 2022, 12:00

Сирҙе “аяғөҫтө” үткәрһәң...

Гамалея исемендәге фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры Александр Гинцбург  “омикрон” штамының  кешегә тәьҫире хаҡында аңлатма биргән.

Сирҙе “аяғөҫтө” үткәрһәң...Сирҙе “аяғөҫтө” үткәрһәң...
Сирҙе “аяғөҫтө” үткәрһәң...

Гамалея исемендәге фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры Александр Гинцбург  “омикрон” штамының  кешегә тәьҫире хаҡында аңлатма биргән.

Уның әйтеүенсә, кеше коронавирус  сирен үткәргәндән һуң штамдарҙың һәр береһе “тере вакцина”ға әүерелә ала. Айырыуса пациент сирҙе “аяғөҫтө” үткәрһә... Һауыҡҡандан һуң кешелә яңы штамдар менән артабан көрәшерлек антиесемдәр барлыҡҡа килә. Әммә вирустан һаҡланыуҙың бындай ысулы һәр ваҡытта ла тәьҫирле түгел. Өҙлөгөүҙәр төрлөсә була, уларҙың үлемгә юлыҡтырыуы ла билдәле. Шуға күрә ауырығандан һуң барлыҡҡа килгән антиесемдәрҙең кешене сирҙе йоҡтороуҙан,  уның ауыр ағышынан, үлем осраҡтарынан һаҡлап ҡаласағына ышаныс аҙ. Яңы штамм коронавирусты үткәргән һәм прививка яһатҡандарҙың антиесемдәренә  тотороҡло. Эксперттар әйтеүенсә,  “омикрон”ды элек сирләгәндәр ҙә , вакцина ҡаҙатҡандар ҙа  йоҡтора ала.  Вакцина яһатҡандар сирҙе  өҙлөгөүҙәрһеҙ, еңелерәк үткәрәсәк. Әле был штамм донъяның йөҙҙән ашыу илендә асыҡланған.

Фото:UA Regnum

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас