

Һөйәктәрҙе һәм иммунитетты нығытыу өсөн ноҡот (нут) борсағының өлөшө бик ҙур.
Файҙалы булыу өҫтөнә ул бик тәмле лә. Ныҡ итеп бешереп, пюре хәленә еткерелгән ноҡотто икмәккә һылап ашарға, йәшелсәгә өҫтәмә итеп бирергә, соус рәүешендә ҡулланырға ла була. Иҙелгәне хумус тип атала. Ул витаминдарға, үҫемлек аҡһымына, кальцийға, фосфорға, магний, калийға бик бай.
Ноҡоттан паста эшләү өсөн кәрәк:
200 г нут, 50 г кунжут, 3-4 теш һарымһаҡ, 3 япраҡ петрушка, 1 лимон, 50 мл зәйтүн майы, тәменсә тоҙ, ҡара борос, паприка, ҡыҙыл борос.
Әҙерләү
*Нутты бер нисә сәғәт һыуға һалып ебетәбеҙ
* Әҙер булғансы бешерәбеҙ ҙә һарҡытып алабыҙ. Һыуын түкмәйбеҙ
*Блендер һауытына ноҡотто, кунжутты, лимон һутын, зәйтүн майын, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәрҙе һалып ваҡлайбыҙ. Иң аҙаҡтан борсаҡ бешкән һыуҙы ҡушып, блендерҙа тағы өйрөлтәбеҙ. Бына шулай бик тәмле хумус, йәғни соус килеп сыға.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото:traveltime.ru