

Республика кардиология үҙәге хирургтары ҡаты сирле пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Ауырыуҙың хәле ауыр була, ул миокард инфаркты үткәргән, атеросклероздан яфаланған. Һөҙөмтәлә һул йөрәк ҡарынсығы аневризмаһы барлыҡҡа килгән.
Йөрәк аневризмаһы – йөрәк мускулы тышсаһының ҡабарыуына бәйле патологик хәл, миокард инфарктынан һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙең береһе. Ул йөрәк эшмәкәрлегенә һәм уның ҡыҫҡарыу функцияларына кире йоғонто яһау менән бергә, кинәт ярылып китеп, ғүмерҙе өҙөүе бар. Аневризма миокард инфаркты кисергән ауырыуҙарҙың 10–35 процентында осрай, уларҙа йөрәк мускулының нескәреүе күҙәтелә. Пациентты тикшергәндән һәм бөтә тейешле анализдарҙы үткәргәндән һуң, белгестәр операция яһарға ҡарар итә.
Рәмил Ишбулдин етәкселегендәге кардиологтар командаһы йөрәккә һәм йоҡо артерияһына операция яһай. Эш барышында уң яҡ йоҡо тамыры үҙгәртелә, тромб алына, һул йөрәк ҡарынсығындағы ҙур күләмле аневризма юҡ ителә. Ҡатмарлы операция ике сәғәт тирәһе дауам итә һәм уңышлы тамамлана.
Әле пациенттың хәле тотороҡланған. Бындай үҙенсәлекле операцияларҙы алтын ҡуллы хирургтар бары республика кардиология үҙәгендә генә башҡара. Уларҙың һәр береһенә ихлас күңелдән уңыштар теләйбеҙ!
Динә АРЫҪЛАНОВА