Сәләмәт булайыҡ
18 Ғинуар 2022, 18:00

Тиҙ йоға, тиҙ тарала. Һаҡ булығыҙ!

Балалар бығаса ковидты сир билдәләрен тоймайынса үткәрһә, яңы штамдар барлыҡҡа килгәс, улар араһында сирләүселәр артҡан.

Тиҙ йоға, тиҙ тарала. Һаҡ булығыҙ!Тиҙ йоға, тиҙ тарала. Һаҡ булығыҙ!
Тиҙ йоға, тиҙ тарала. Һаҡ булығыҙ!

Коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса сираттағы онлайн брифингты республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова үткәрҙе.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны бер тәүлектә 253 кеше тәшкил итә. Дөйөм сирлеләр һаны 125 813 кешегә еткән.

Әлеге ваҡытта 4 983 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 139 кеше дауаханала, шул иҫәптән, 45 кеше ауыр хәлдә, улар интенсив терапия бүлексәһендә ята.

Һуңғы тәүлектә 299 кеше йүнәлгән, һауығыусыларҙың дөйөм һаны 116 910-ға тиң. Һуңғы тәүлектә алты кеше вафат, үлгәндәрҙең дөйөм һаны – 4 590 кеше. Шул иҫәптән, 60 йәште үткәндәрҙең һаны  – 4 003.

Ирина Кононова белдереүенсә, республикала коронавирустан вакцинациялау дауам итә.

Башҡортос­танға коронавирус инфекцияһына ҡаршы 2 914 858 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын 2 264 418  кеше яһатҡан (вакцинациялауға яраҡлы йәштәгеләрҙең 91,1%), икенсеһен – 2 137 521 кеше (86%). Һуңғы тәүлектә 19 428 кешегә вакцина яһалған, ревакцинация үткәндәрһең һаны – 245 992 кеше.

Унан тыш, министр урынбаҫары  Ирина Кононова ошо көндәрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының вакцинациялауға ҡаршылыҡ булған сирҙәр хаҡындағы яңы приказы хаҡында ла әйтеп үтте.

Шулай итеп, түбәндәге ҡаршылыҡтар хаҡында һүҙ бара:

— препарат компоненттарына артыҡ һиҙгерлек;

— ауыр аллергик реакциялар;

— вакцинанан һуңғы ауыр эҙемтәләр— анафилактик шок, ауыр аллергия реакцияһы, тартышыу синдромы, юғары температура һәм башҡалар.

  
Ваҡытлыса ҡаршылыҡтар булып киҫкен инфекциялы һәм вируслы сирҙәр тора.

"ЭпиВакКорона", "ЭпиВакКорона-Н" һәм "КовиВак" яман шеш булғанда яһатылырға тейеш түгел.

Әгәр ҙә кешенең хроник сирҙәре киҫкенләшһә, респиратор инфекция йоҡторһа, ауыр аллергия реакцияһы күҙәтелһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм вакцинациялауҙы кисектереү – кисектермәү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.

Балаларға прививка яһауға килгәндә, ҡайһы бер илдәрҙә коронавирусҡа ҡаршы бындай эшмәкәрлек башланған да. Быға төрлө сәбәптәр бар.

Рәсәйҙә иһә тәүге балалар вакцинаһы теркәлгән дә – "Спутник М", ул 12-17 йәштәге үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән.

Бығаса коронавирус SARS-CoV-2 балалар өсөн хәүефһеҙ тип иҫәпләнә ине. Улар бығаса ковидты сир билдәләрен тоймайынса үткәрһә, яңы штамдар барлыҡҡа килгәс, балалар араһында сирләүселәр артҡан.

Вакцинациялау баланың законлы вәкиленең ризалығы булғанда ғына яһаласаҡ. 14 йәштән балалар прививка яһатыу турала ҡарарҙы үҙаллы ҡабул итә.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда  “Омикрон” штамын йоҡторғандар бар. Ул тиҙ йоға, тиҙ тарала, сир билдәләре 2-5 көн эсендә барлыҡҡа килә.

Прививка сирҙән һәм уның ауыр эҙемтәләренән һаҡлаусы берҙән-бер юл булып ҡала. Әгәр ҙә прививка эшләткәндән йә ковид менән сирләгәндән һуң алты айҙан ашыу ваҡыт үткән икән, белгестәр вакцинациялауға барырға кәңәш итә. Унан тыш барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ.

Әлеге ваҡытта республикалағы вакцинация пункттарында Рәсәйҙә теркәлгән барлыҡ вакциналар ҙа бар.

Баш ҡалала COVID-19-ҙан привика яһатыуҙың өс мобиль пункты эшләй: "Торатау" Конгресс холлында, "ПЛАНЕТА" сауҙа үҙәгендә, "Лайфстайл" үҙәгендә. Улар көн һайын  13:00 - 19:00 сәғәттәрҙә эшләй.

Фото: img.gazeta.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас