Сәләмәт булайыҡ
18 Ғинуар 2022, 04:28

Тюбингтар хәүефле

krgora-ds46.edumsko.rukrgora-ds46.edumsko.ru
Фото:krgora-ds46.edumsko.ru

Һис уйламағанда йығылып йәрәхәтләнеп, аяҡ-ҡулын һындырып, республика медицина учреждениеларына  мөрәжәғәт  иткән  кешеләр һаны арта. Боҙлауыҡ өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар һәм йәштәр өсөн дә хәүефле. Нисек имгәнмәҫкә, дауаханаға эләкмәҫкә?

Кескәйҙәр өсөн тюбингтар ҙур хә­үеф тыуҙыра. Хәҙер сана урынына йыш ҡына ошо йомшаҡ, еңел һәм тиҙ­лекле “плюшка”ны алалар. Тауҙан түбән осҡан тюбингты туҡтатырлыҡ түгел, бөтә хәүеф шунда ла инде. Ба­лалар шыуғанда күп йәрәхәт ала. Йышыраҡ баштары менән бәреләләр, аяҡтарын һындыралар, умыртҡа баға­наһын зарарлағандар ҙа етерлек.

Республика балалар дауахана­һының травматология-ортопедия бүлеге мөдире Тимур Псәншин әйтеүенсә, дауахананың травмпункты буш тормай, тәүлек әйләнәһенә кескәй пациенттарҙы килтерәләр.

– Урамда, мәктәптә, уйын майҙан­дарында йығылып, балалар йәрәхәт­ләнә. Ауыр имгәнгәндәре лә бар. Ата-әсәләрҙең контроле етешмәй, – ти табип-травматолог Али Әл-Хәддәт.

– Беҙ тайғаҡ юлда пингвин кеүек саҡ-саҡ йөрөйбөҙ, бик ҡурҡыныс. Әбейҙәр боҙлауыҡта нисек йөрөй торғандыр, аптырайбыҙ. Юлдарға ҡом һибергә ине, – ти Өфөлә йәшәгән Наил менән Надежда.

Бер кемдең дә дауаханаға эләк­кеһе, бәләгә тарығыһы килмәйҙер. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, бала­ларығыҙҙы контролдә тотоғоҙ, тип иҫкәртә табиптар. Бер һаҡһыҙ аҙым­дың имгәнеүгә килтереүе, дауа­ла­ныуҙың бер нисә ай­ға  һуҙылыуы ихтимал.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас