Сәләмәт булайыҡ
19 Ғинуар 2022, 16:00

Балаларҙы һаҡлайыҡ!

Донъяла коронавирустың «омикрон» штаммы киң тарала бара һәм уның балалар өсөн бигерәк тә хәүефле икәнлеге билдәле. Яңы штамға бәйле барлыҡ көнүҙәк һорауҙарға Республика клиник инфекцион дауаханаһының 5-се балалар бүлеге мөдире, табип-инфекционист Елена Солодкая яуап бирә.

Балаларҙы һаҡлайыҡ!Балаларҙы һаҡлайыҡ!
Балаларҙы һаҡлайыҡ!

Донъяла коронавирустың «омикрон» штаммы киң тарала бара һәм уның балалар өсөн бигерәк тә хәүефле икәнлеге билдәле. Яңы штамға бәйле барлыҡ көнүҙәк һорауҙарға Республика клиник инфекцион дауаханаһының 5-се балалар бүлеге мөдире, табип-инфекционист Елена Солодкая яуап бирә.

—  «Омикрон»  балалар өсөн нимәһе менән хәүефле? Был бигерәк тә нисә йәштәге балаларға ҡағыла?

— Коронавирустың һәр штаммы — юғары тын алыу юлдарындағы киҫкен вируслы сир һәм ул үтә хәүефле инфекциялар рәтенә инә.  Әммә төрлө штамдар йоҡторған балаларҙың сирләүе ҡырҡа айырыла.

Беренсенән,  «омикрон»  тиҙ йоға, инкубация осоро бик ҡыҫҡа. Башҡа штамдарҙыҡы 14 көнгәсә булһа,  уның — 3-5 көн.

Тап ошоға ул балалар өсөн айырыуса  хәүеф тыуҙыра. Бигерәк тә,  бәләкәстәр өсөн. Тиҙ арала уларҙың тыны ҡыҫылыуы, түбәнге тын алыу юлдарына эләгеүе, бронхтарҙы, бронхиолаларҙы, трахеяларҙы зарарлауы, елһенеү  барлыҡҡа килтереүе ихтимал

— COVID-19 балалар һәм үҫмерҙәр тарафынан,  дөйөм алғанда, нисек кисерелә? Ғәмәлдә ниндәй проблемалар менән осрашаһығыҙ?

—  Беҙ ике йыл дауамында коронавирус менән көрәшәбеҙ, беҙҙең дауахана базаһында  балалар ковид госпитале  асылды һәм төрлө штамм  йоҡторған балаларҙы ҡабул иттек һәм  ҡабул итеүҙе дауам итәбеҙ. Альфа-штамм еңелерәк кисерелһә, дельта-штамм күпкә аурырыраҡ  үтә. Бала ни тиклем кесерәк, шул тиклем сир ҙә ҡатмарлыраҡ,  обструктив бронхит, бронхеолит, вируслы, бактериалы пневмониялар оҙайлы ваҡыт дауалана,  барлыҡ организм эшмәкәрлегенә тәьҫир итә. Бронхиаль астма, шәкәр  диабеты һәм башҡа хроник сирле балалр, ғөмүмән, хәүеф төркөмөндә.

— Балалар араһында сирләүселәрҙең күпмегә артыуына әҙерһегеҙ?

—  «Омикрон»ға бәйле сирләүселәр күп булыр, тип уйлайбыҙ, уларҙың һаны  геометрик прогрессия менән үҫәсәк. Әммә республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы быға әҙер, был диагностика эшләүгә, дарыуҙар менән тәьмин итеүгә лә,  дауалауға һәм госпитализациялауға ла ҡағыла.

Дөйөм алғанда, халыҡтың юғары вакцинациялау кимәлен алһаҡ, пандемия башындағы хәлгә ҡарағанда, бөгөнгө ысынбарлыҡ күпкә яҡшыраҡ.

Тиҙҙән 12-17 йәшлек балалар өсөн  «Спутник-М» һәм бәләкәстәр өсөн  вакцина  килгәнен көтәбеҙ. Хәҙер иһә  коронавирус инфекцияһынан әсәйҙәр имсәк балаларын да һаҡлай аласаҡ.  Улар вакцина яһатһа, антиматдәләр әсә һөтө аша бала организмына эләгәсәк.

— Вакцина балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сирҙән ни тиклем һаҡлаясаҡ?

— Фекерҙәр төрлө. Бәғзеләр «омикрон» штаммын балалар еңелерәк үткәрәсәк тиһә, башҡалар быны кире ҡаға.   Әммә һәр яҡтан әҙер булыу яҡшыраҡ.

— Һәр балаға прививка яһау яраймы?

— Вакцинациялауҙы тыйған ҡаршылыҡтар, кисектереүҙәр билдәләмәһе бар. Тәүге сиратта вакцина компоненттарына аллергия, унан  температура, сирҙәрҙең киҫкенләшеүе тора. Прививка алдынан, ғөмүмән, баланы табип ҡарарға тейеш.

— Шикләнгән ата-әсәләргә нимә әйтер инегеҙ?

— Миңә ҡалһа, хәҙер  коронавирустың барлығында шикләнгәндәр ҡалманы тиерлек. Ә прививка сирҙең ауыр эҙемтәләрен булдырмауға булышлыҡ итә икәнлеген инҡар итеү енәйәткә тиң.  Тап өлкәндәр бала һәм уның сәләмәтлеге өсөн яуап бирә, шуға дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү зарур.

Унан тыш, санитар-эпидемиологик  талаптарҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк.

— Балалар сирләгәндә ниндәй билдәләргә иғтибар итеү мөһим?

— Киҫкен респиратор инфекция барлыҡҡа килеү менән, быға яңы  коронавирус инфекцияһы аша ҡарау, медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт итеү, тест тапшырыу мотлаҡ.   Үҙ аллы дауаланырға ярамай, мотлаҡ белгес менән кәңәшләшегеҙ.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-19/v-bashkirii-vrach-infektsionist-rasskazal-chem-omikron-opasen-dlya-detey-2659594

Фото: bashinform.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас