

Һеҙҙең иғтибарға һорау-яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.
– Коронавирустан тест яһау буйынса һорау бар. Михаил Мишустин был мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе. Һеҙҙә быға бәйле хәлдәр нисек?
Радий ХӘБИРОВ: Был мәсьәләгә беҙ һәр саҡ етди ҡараныҡ. Аҙаҡ насар эҙемтәләр менән көрәшкәнсе, алдан асыҡлау яҡшыраҡ тип иҫәпләйбеҙ. Күрһәткес 300 булырға тейеш, әммә беҙ тәүлегенә 100 мең кешегә 367 кешегә тест яһайбыҙ, күрһәткесте арттырып үтәйбеҙ. Шуға ла беҙҙә сирҙе асыҡлау кимәле юғары.
– Радий Фәрит улы, ә дауаханаларға һалыуға бәйле хәл нисек? Был күрһәткес әлеге ваҡытта – төп ғәмәлдәрҙең береһе.
Радий ХӘБИРОВ: Беҙҙә бының кимәле бер ни тиклем артҡаны күҙәтелә. Әлеге ваҡытта 1500 койка-урын булдырылған, уларҙың меңе ҡулланыла. Тимәк, 500 койка буш тигән һүҙ. Былтыр иһә сирҙең күтәрелеше осоронда 8500 койка-урын булдырылғайны, ә ҡеүәт – 10 мең. Был күрһәткес буйынса беҙ аҙмы-күпме тыныс һәм алға барырға әҙербеҙ. Көрәшкә әҙербеҙ һәм инфекция хеҙмәтен нығытабыҙ. Әлеге ваҡытта ике йоғошло сирҙәр госпитале төҙөлә. Тәүҙә уларҙы Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта – иң ҙур ҡалаларҙа төҙөнөк. Әлеге дауаханалар иһә урындағы халыҡ йыраҡ йөрөмәйенсә генә медицина ярҙамы алһын өсөн эшләйбеҙ. Был - беренсенән.
Икенсенән, мин иғтибар беренсел звеноға, амбулатор ярҙамға йүнәлтелергә тейеш тигәнгә инанам. Әммә бының өсөн ике мәсьәләне хәл итергә кәрәк.
Тәүгеһе – әҙерлекле табиптар. Икенсеһе – дарыуҙар. Әлеге ваҡытта был йәһәттән өҫтәмә саралар бүлдек, шул иҫәптән федераль аҡса ла бар. Шуға күрә тейешле күләмдә дарыуҙар менән тәьмин иттек. Амбулатор дауаланыу нимә ул? Кеше сирләй, әммә дауаханаға ятмай икән, тимәк, беҙ уны дарыуҙар менән тәьмин итергә тейеш.
Икенсеһе – беренсел табиптар звеноһын мобилизациялау. Беҙҙең страховкалау варианты бар – беҙҙең медицина университетының сығарылыш курстары, улар поликлиникаларға көсөргәнеш төшкән саҡта ярҙам итеү функцияларын үтәйәсәк.
Унан тыш, тағы ике мөһим ғәмәл бар. Беренсенән, вакцинациялау эшен дауам итергә кәрәк. Республикала был йәһәттән талап ителгән күләмдең 91 проценты үтәлде. Тимәк, 2 миллион 265 мең кеше прививка яһатҡан. Кешеләрҙең ревакцинациялау үтеүе лә шатландыра. Мәҫәлән, үткән тәүлектә генә быны алты меңдән ашыу кеше эшләгән, тимәк, халыҡ коронавирусҡа бәйле хәлде аңлай, белә.
– Эйе, 91 процент – Башҡортостан өсөн бик яҡшы күрһәткес. Һеҙҙә яуаплы кешеләр йәшәй.
Радий ХӘБИРОВ: Эйе, халыҡ менән килешә, уларға аңлата алдыҡ. Яңы йыл байрамы ваҡытында баҫым яһамаҫҡа тырыштыҡ. Сикләүҙәргә бәйле хәлде бер аҙ еңеләйттек. Әммә кешеләргә ипләп кенә аңлатабыҙ: тағы ла бығаса булған сикләүҙәр режимына инәбеҙ.
Әле, мәҫәлән, тағы ике сикләү өҫтәлде, улар сир үтеп инеүҙең мөмкин булған юлын ябыуға йүнәлтелгән. Беҙгә кешеләргә күмәк итеп ойошторолған мәҙәни һәм спорт сараларында сир йоҡтормау мөһим. Әлегә уларҙы билдәһеҙ ваҡытҡа кисектереп торҙоҡ. Унан тыш, чиновниктар ҙа граждандарҙы шәхси ҡабул иттеүҙән тыйылып торорға тейеш, был эш онлайн рәүештә ойоштороласаҡ.
Дөйөм алғанда, төп маҡсаттар – койка фондын әҙерләү, беренсел звеноны әҙерләү һәм вакцинациялау.
Фото рәсми сығанаҡтан.