

Өфөлә “Халыҡ контроле” әүҙемселәре яңынан сауҙа объекттарына, йәмәғәт транспортына ковидҡа ҡаршы сараларҙы күҙәтеү буйынса тикшереүҙәр менән сыҡты. Йәмәғәтселәр менән берлектә Өфө ҡала хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығының йөк ташыуҙарҙы ойоштороу бүлегенең баш белгесе Илгиз Насретдинов та уларға ҡушылды. Комиссия “Ғаилә” сауҙа комплексында булды.
Әүҙемселәрҙең әйтеүенсә, сауҙа үҙәгендә Башҡортостан Башлығының Указ талаптары үтәлмәй. Һатып алыусылар ҙа, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр ҙә бинала битлекһеҙ йөрөгән.
”Ойошмалар персоналды битлектәр менән тәьмин итергә, сауҙа үҙәктәренә килеүселәрҙең битлек режимын күҙәтеүе өсөн шарттар тыуҙырырға, санитайзерҙар ҡуйырға, бушлай битлектәр бирергә, мәғлүмәт материалдарын урынлаштырырға тейеш,” – тип билдәләне Илгиз Насретдинов.
Хатта сит QR-код менән файҙаланған кешеләр табылған. Сауҙа үҙәгенә инеү урынында температура үлсәү һәм вакцина яһатыу тураһында QR-кодты күҙәтеү приборы булмауы асыҡланған.
Рейд барышында йәмәғәт транспортында халыҡ менән битлек режимын күҙәтеү буйынса аңлатыу эше үткәрелгән. 51-се, 51а, 57а, 74-се, 110-сы, 164-се, 226-сы, 290-сы автобус маршруттары пассажирҙарына һәм кондукторҙарына иҫкәрмә яһалған. “Был йүнәлештә артабан да эш дауам итәсәк,” – тип һөйләнеләр “Берҙәм Рәсәй” партияһы етәкселегендә.
“Бөгөн рейд барышында сауҙа үҙәктәрендә һәм йәмәғәт транспортында тәртип боҙоуҙар асыҡланды. Бинаға инеү алдында тейешле аппараттар эшләмәй, ҡайһы бер һатыусылар эш урынында битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ. Йәмәғәт туҡланыуы урындарында хеҙмәткәрҙәрҙең санитар кенәгәһе, махсус эш кейеме булмауы асыҡланды. Беҙ бөгөн иҫкәртеү рейды ойошторҙоҡ. Яҡын арала оператив төркөмдәр менән берлектә тикшереүҙәр үткәрәсәкбеҙ, бөгөнгө иҫкәртеүҙәрҙең үтәлешен тикшерәсәкбеҙ,” – тине “Халыҡ контроле” проекты координаторы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: “Башинформ”