

Социаль селтәрҙәрҙә Республика балалар клиник дауаханаһында коронавирус инфекцияһының ҡабыныуы тураһында хәүефле хәбәрҙәр таралды. Дөрөҫмө был хәл?
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ваҡиға дөрөҫлөккә тап килә, тик ғәҙәттән тыш хәлде “ауыҙлыҡлау” буйынса ашығыс ғәмәлдәрҙе атҡарыу, инструкцияны үтәү арҡаһында эш ҙурға ебәрелмәгән. Яңы тыуған һәм етлекмәй донъяға килгән сабыйҙар бүлексәһенә урынлашҡан ҡатындың температураһы дүртенсе көндә күтәрелә. Ул инфекцияның инкубация осоронда, сир билдәләре күҙәтелмәгән осорҙа клиникаға ингән булырға тейеш. Уны тиҙ генә дауахананан сығаралар. Шулай итеп, стационарға инфекцияның индерелеүе асыҡлана.
Шунда уҡ эпидемиологик саралар күрелә. Бәйләнештә булған пациенттар, медицина хеҙмәткәрҙәре ПЦР-ға анализ биргән. Һөҙөмтәләр буйынса бер нисә кешелә сир осрағы табыла. Был хаҡта шунда уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, сирҙең һәр осрағы буйынса Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ашығыс хәбәр ебәрелә. ПЦР-ҙың ыңғай һөҙөмтәһе асыҡланған балалар 17-се балалар дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар госпиталенә оҙатыла. Бүлексә карантинға ябыла, йоғошһоҙландырыу саралары үткәрелә, сирле менән бәйләнештә булған һәр кем иҫәпкә алына һәм изоляциялана. Эпидемиологик тикшереү дауам итә. Неонатология йүнәлеше буйынса койкалар башҡа бинала урынлаштырылған. Әле дауахана ғәҙәттәге режимда эшләй, тинеләр ведомствола. Сирҙең инкубация осоро 2-14 көн, шуға күрә пациенттың дауаханаға сир билдәләре күҙәтелмәгән хәлдә , уның инкубация осоро барған мәлдә стационарға килеп инеүе мөмкин.
Фото: ufa-news.net