

Оҙаҡламай ситтән тороп эшләүҙең тергеҙелеүе ихтимал. Быны Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин тәҡдим итте. Уның фекеренсә, ошо юл менән медицина учреждениелары иңенә төшкән көсөргәнеште кәметергә мөмкин.
Тәү сиратта өлкән йәштәгеләр һәм хроник сирҙәр менән яфаланыусылар араһында сирҙе йоҡтороусылар аҙыраҡ буласаҡ. Хөкүмәт етәксеһе эш биреүселәргә ситтән тороп эшләүгә күсмәгән хеҙмәткәрҙәрҙең тест биреүенә иғтибар итергә ҡушты.
“Һуңғы ун көндә илдә коронавирус сиренең яңы көс менән баш ҡалҡытыуы күҙәтелә. Был хәл тигеҙ бармай. Беҙ Рәсәй төбәктәрендәге үҙгәреште иғтибар менән күҙәтәбеҙ, уларҙағы проблемаларҙың төрлө булыуын күрәбеҙ. Кешеләрҙе сирҙән һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Эште әүҙемләштереү мөһим”, – тип белдерҙе Хөкүмәт Рәйесе.
Фото: www.cosmo.ru