

Ул 2020 йылдың ноябренән 2022 йылдың 16 ғинуарына тиклем бөтәһе 396 279 шылтыратыу ҡабул иткән. Ситуация үҙәге - Республикаға идара итеү үҙәгенең иң мөһим өлөшө. Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҡабул иткән мөрәжәғәттәр Башҡортостандағы коронавирусҡа бәйле хәлде асыҡларға һәм уны комплекслы хәл итеүгә ярҙам итә.
Көн һайын ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге операторҙары COVID-19 сире буйынса халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирә, уларға аңлайышлы мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Шулай уҡ үҙәк хеҙмәткәрҙәре дарыу алыуға, уны юллауҙа йәиһә башҡа төрлө медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса бәйле һорауҙар килеп тыуғанда, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына белгестәре менән кәңәшләшә.
Шылтыратыусылар шулай уҡ ковидҡа тест һөҙөмтәләрен, бушлай дарыуҙар алыу мөмкинлеген, дауаханала ятҡан яҡындарының хәлен белешә ала. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә иртәнге 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Сығанаҡ һәм фото: РИҮ Башҡортостан.