

Мәкерле, ныҡ йоғошло “омикрон”дан ҡурҡырға ярамай, ә уны ҡаршыларға әҙерләнергә, вакцина яһатырға кәрәк, ти табиптар. Медицина өлкәһенә тағы ла ҙурыраҡ көсөргәнеш төшәсәге билдәле. Өфө ҡалаһының 46-сы поликлиникаһы эпидемиологы Эльвира Фәйзуллина әйтеүенсә, һәр кем сиргә ҡаршы тороу өсөн вакцинаны үҙе һайларға тейеш.
– Кемдең хроник сирҙәре бар, мәҫәлән, онкология сирҙәре, уларға “ЭпиВакКорона” вакцинаһын яһатыу хәйерлерәк, ул еңел кисерелә. “КовиВак” –18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр өсөн. Шуның менән бергә “Спутник Лайт” бөтә кешегә лә бармай, – ти табип. – Әгәр кеше сирҙе үткәргән йәки вакцина яһатҡан һәм ярты йыл үткән булһа, ул “Спутник Лайт” вакцинаһын һайлай ала. Әгәр ҙә кеше бер тапҡыр ҙа прививка яһатмаһа, коронавирус менән ауырымаһа, был вакцинаны яһатырға ярамай. Сөнки вакцина көсһөҙ буласаҡ, ә иммунитеттың үҙен нисек тотоуы билдәһеҙ. “Спутник Лайт” менән “Спутник V” вакциналары компоненттары оҡшаш, тик дозаһы бәләкәйерәк. “Спутник V” вакцинаһының тәүге компоненты – төп доза, икенсеһе – уны нығытыусы, йомғаҡлаусы доза. Уны алты ай һайын яһатырға кәрәк буласаҡ.
Табиптың әйтеүенсә, өлкәндәр вакцина яһатырға үҙҙәре теләп килә, пенсионерҙар вакцинаны еңел үткәрә, бер кемдең дә зарланғаны булмаған.
Фото:BashNews