

Меңәрләгән табип һәм шәфҡәт туташтары бөгөн “ҡыҙыл зона”ла эшләй. Күптәре үҙҙәре лә ауырыны, үкенесле юғалтыуҙар, ҡорбандар ҙа булды. Үлемесле сиргә ҡаршы көрәшеүҙе медицина хеҙмәткәрҙәре батырлыҡ тип иҫәпләйме?
Салауат ҡалаһының 2-се поликлиникаһында фельдшер булып эшләгән Людмила Орлова, көн һайын ауырыуҙар менән осрашып, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ғәҙәттәге көндәлек эше тип иҫәпләй.
– Һөнәремде бала саҡтан уҡ яратып һайланым. Йыш ауырый торғайным, “үҫкәс, мотлаҡ кешеләрҙе һәйбәт итеп дауалаясаҡмын”, тип хыялландым, – тип хәтерләй бала сағын Людмила.
Тәүҙә ул ауыл табиплыҡ амбулаторияһында яҡташтарын дауалай, ә 2019 йылда Салауат ҡалаһы поликлиникаһына эшкә килә. Пандемия башланғас, уға “ҡыҙыл зона”ла хеҙмәт итергә тура килә.
– Ковид таралыу менән, тәүҙә табиптар араһында ла бер ни тиклем ҡурҡыу, хафаланыу тойғолары күренде. Тик был хәл күпкә барманы, үҙебеҙҙе ҡулға алдыҡ, вирусҡа ҡаршы көрәште ғәҙәти эш булараҡ ҡабул иттек. “Бөтәһе лә яҡшы булыр, түҙергә кәрәк” тип үҙебеҙҙе тынысландырҙыҡ, – ти Людмила.
Температураһы күтәрелгән ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә медицина хеҙмәткәрҙәренең дә зарарланыу хәүефе бик ҙур. Тәүге тапҡыр фельдшер 2020 йылдың август айында ауырый. Хәлде пневмония ҡатмарлаштыра. Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре йыл башында вакцина яһата, тик Людмила йәнә инфекцияны йоҡтороп өлгөрә. Был юлы сирҙе еңел үткәрә. Хеҙмәттәштәренең күбеһе ауырый, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандарһыҙ булмай. Людмила менән бергә эшләгән Татьяна Комова сирҙе еңә алмай вафат була.
– Хеҙмәттәшебеҙҙең хроник сирҙәре лә бар ине, пенсияға китергә һис тә йыйынмағайны. Аҙаҡ тағы бер “уң ҡулыбыҙ”, поликлиникала терапевт булып эшләгән табибыҙ вафат булды, – тип уфтана фельдшер.
Уның фекеренсә, вакцина ауырыуҙар һанын кәметергә мөмкинлек биргән. “Хәҙер пациенттар һаны кәмене, сөнки күптәр вакцина яһатты, өҫтәүенә сирләгәндәр ҙә инфекцияны еңелерәк үткәрә”, – тип иҫәпләй фельдшер.
Людмилаға ҡайһы саҡта психолог ролен үтәргә, ауырыуҙы тынысландырырға, йыуатырға тура килә. Сирҙең мәкерлеген, үлемгә килтереү мөмкинлеген аңлап, төшөнкөлөккә бирелеүселәр ҙә бар.
– Мин хеҙмәттәштәремә сабырлыҡ, тағы ла сабырлыҡ теләйем, – ти Людмила Орлова, – барыһы ла үтер, бөтә ауырлыҡтарҙы ла, көтөлмәгән һынауҙарҙы ла еңеп сығырға тейешбеҙ!
Динә АРЫҪЛАНОВА