Сәләмәт булайыҡ
21 Ғинуар 2022, 12:12

Бында “Тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшыралар

Өфөләге 3-сө  бала табыу йорто.Өфөләге 3-сө  бала табыу йорто.
Фото:Өфөләге 3-сө  бала табыу йорто.

“Яңы йылдың тәүге көндәре нисек үтте? Барыҫ йылы һеҙҙең өсөн, моғайын, көтөлмәгән һөйөнөстәр менән башланғандыр?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек Өфө ҡалаһындағы 3-сө бала табыу йортоноң баш табибы  Зөһрә Ғилмишәриф ҡыҙы  Гуроваға.

– Донъяла көн  һайын мөғжизә менән осрашҡан  берҙән-бер профессия – акушер-гинеколог һөнәре ул, – ти ошо яуаплы вазифаны һигеҙ йыл башҡарған Зөһрә Ғилмишәриф ҡыҙы. – Яңы йылдың беренсе көнөндә ҡыҙ бала, үҙенең донъяға килеүен белдереп, бала табыу йортон яңғыратты. Ғаиләлә ул икенсе бала, өйҙә сабыйҙы йәш ярымлыҡ ағаһы көтә. Күп тә үтмәне, 4 200 грамм ауыр­лығындағы тағы бер сабыйҙы ҡулға алдыҡ. Быныһы – малай, көслө зат вәкиле...

Яңы йылдың тәүге көн­дәрендә биш сабыйҙы ата-әсәһе менән йорттарына оҙаттыҡ. Хушлашыу ғәҙәт­тәгесә үтмәне, байрамса булһын өсөн Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы тантанаға саҡырҙыҡ. Бына алтынсы йыл инде Яңы йылдың тәүге көндәрендә донъяға килгән сабыйҙарҙы һәм әсәләрҙе шулай ҙурлап, уңыштар теләп оҙатабыҙ. Бәләкәстәр өсөн итектәр рәүешендә  махсус йылы  матур кейемдәр тектек, уларҙы стерилләнек. 

Беҙ өсөнсө һәм артабанғы сабыйын тап беҙҙең бала табыу йортонда тапҡан әсә­ләргә бер нисә йыл инде “Тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырабыҙ. Бөгөн дә өйҙә­ренә ҡайтҡан әсәләр ара­һында беҙҙең бала табыу йортонда өсөнсө сабыйын тапҡан ҡатын бар. Ул үҙе лә ошонда донъяға килгән, өс һеңлеһе лә беҙҙең бала табыу йортонда әсә булған.

Ҡулса урамында урын­лашҡан боронғо 3-сө ҡала бала табыу йорто тураһында күптәр “мин унда тыуғанмын”, “мин унда сабыйымды таптым” тип әйтә алыр ине.  1958 йылда барлыҡҡа килгән медицина учреждениеһында Өфөнөң һәр дүртенсе кешеһе донъяға килгән. Үҙендә бик күп иҫтәлектәрҙе, бәхетле мәлдәрҙе һаҡлай ул. Төрлө дәүерҙәрҙә уға алты баш табип етәкселек иткән.

Әле был яуаплылыҡ – медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Зөһрә Гурова  иңен­дә.  Медицина учреждение­һының 63 йыллыҡ эш дәүе­рендә үҙ традициялары, йолалары барлыҡҡа килгән. Бында ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Ғилми хеҙмәттәр өҫтөндә эшләгән табиптар етерлек, тәжрибәле өс профессор йәш белгестәр менән белемдәре, үҙенсәлекле  хеҙ­мәт серҙәре менән уртаҡ­лаша. “Бындай “монстр” кә­ңәшселәрҙең булыуы бала табыу йорто эшмәкәрлеге өсөн баһалап бөткөһөҙ ярҙам, –  ти баш табип. – Тормошта иң мөһиме – тағы ла бер ғаиләгә яҡты донъяға килеүе менән  бәхет, ҡот килтергән Кешенең  тәү тапҡыр ауаз һалыуы”.

Зөһрә Ғилмишәриф ҡыҙы һәм уның хеҙмәттәштәре  өсөн ял, байрам тигән тө­шөнсә юҡ: “Өйгә ҡайтһам да, күңелем менән һаман да шул дауахана мөхитенән айырылып булмай, ҡулдан телефон төшмәй”, – ти табип.  

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас