Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Ғинуар 2022, 13:00

Ете тапҡырға йоғошлораҡ, өс тапҡырға етеҙерәк...

Бер кем дә әлегә яңы тулҡындың нисек барасағын, ниндәй һөҙөмтәләргә килтерәсәген әйтә алмай.

Ете тапҡырға йоғошлораҡ, өс тапҡырға етеҙерәк...
Ете тапҡырға йоғошлораҡ, өс тапҡырға етеҙерәк...

Донъя табиптары коронавирустың яңы штамын шулай тип һүрәтләй. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә яңы сир осраҡтарының 39 меңгә яҡынлашыуын белдерҙеләр. Ун көн эсендә сирҙе йоҡтороу осраҡтары ике тапҡырҙан ашты.  Сағыштырыу өсөн: яңы йылдың  тәүге көнөндә был һан 16 мең тәшкил итте. “Омикрон” төбәктәр буйлап тиҙ тарала. “Ят ҡунаҡ” хаҡында табиптарҙың яңы мәғлүмәттәре менән таныштырмаҡсыбыҙ.

“Роспотребнадзор”ҙың хәбәр итеүенсә,  яңы штамм “дельта”нан ете тапҡырға йоғошлораҡ! Кеше сирҙе йоҡторғандан һуң тәүге тәүлектә үк башҡаларҙы зарарлай  ала. Ә сир билдәләре ике-биш көн дауамында барлыҡҡа килә. Пациенттар йыш ҡына тамаҡ ауыртыуына, биҙгәк тотоуына, йүтәл көсәйеүенә, эс китеүенә зарлана.

– Сирлеләр һаны арта, шул иҫәптән, иммунитеттары яҡшы булған кешеләр ҙә ауырый. Улар сирҙе еңелерәк үткәрә. Ни өсөн ҡайһы саҡта “аппетитым юҡ” тигән билдә беренсе планға сыға? Сөнки ауырыуҙың башҡа билдәләре аҙ йәки юҡ. Һиҙемләү тойғоһон юғалтыу осраҡтары юҡ тиерлек. Тик был “омикрон” штамында бөтөнләй башҡа билдәләр булыуы тураһында һөйләмәй, – ти иммунолог, И.Сеченов исемендәге медицина университеты доценты Николай Крючков. – Беҙҙә сирҙе йоҡтороу кимәле юғары,  ауыр сир формаларына тотороҡло иммунитеты булғандар ҙа  бирешә. Ошо факторҙарҙы иҫәпкә алғанда, “омикрон” тулҡыны үлем кимәле буйынса   “дельта” тулҡынына яҡын буласаҡ, тип уйлайым, бәлки, уны уҙып та китер.

 Ғалим аңлатыуынса, вирус  бер аҙ “уҫаллығын” кәметһә лә, күп кешеләрҙе сиргә дусар итеү арҡаһында үлем осраҡтарын арттырасаҡ. Николай Крючков “дельта” тулҡынындағы хәлгә ҡарағанда, бишенсе тулҡын хәүефлерәк, ҡорбандар күберәк буласаҡ, тип иҫәпләй.  

 

Ә вакцина беҙҙе һаҡлаясаҡмы? Иммунитеты көслө булғандар ҙа, прививка яһатҡандар ҙа, ковид сирен үткәргәндәр ҙә яңынан вирусты йоҡтороуы ихтимал.

– Бөгөнгө вакциналар уның һөжүменә  ныҡлы ҡаршы тора алмай, әммә сирҙең еңел үтеүенә булыша, үлем осрағына юлыҡтырмай. Халыҡтың күпселеге прививка яһатҡан илдәрҙә үлем осраҡтары бик түбән, – ти вирусолог, медицина фәндәре докторы Анатолий Альтштейн.

“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, штамм  айырыуса ковидҡа иммунитеты булмаған кешеләр араһында ныҡ тарала. Бер кем дә әлегә яңы тулҡындың нисек барасағын, ниндәй һөҙөмтәләргә килтерәсәген әйтә алмай. Һәр төбәк үҙенсә күҙаллай. Күптәр сир иң юғары нөктәһенә февраль айында етәсәк, тип фаразлай.  Николай Крючков хәл майға табан тотороҡланыр, тип иҫәп тотһа, Анатолий Альтштейн тулҡын ярты йыл дауам итәсәк, тип иҫбатлай.

Фараздар төрлө булһа ла, һығымта бер: һәр кем үҙен һәм яҡындарын, балаларын һаҡлау, сәләмәтлектәрен хәстәрләү өсөн бөгөндән саралар күрергә тейеш. Һуң булып ҡуймаһын. Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү, вакцина яһатыу, кешеләр күп тупланған урындарҙан ситтә тороу – бына шул сараларҙың бер нисәһе.

Фото:GTRK.tv

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: