Өфө ҡалаһы райондарындағы мәктәптәрҙә коронавирустан вакцина яһатыу пункттары асылды. Уҡытыусылар һәм унда эшләгән һәр хеҙмәткәр прививка яһата ала. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Прививканы урындағы поликлиниканың медицина хеҙмәткәрҙәре башҡарасаҡ. Исемлектәр төҙөлгәндән һуң, белгестәр мәктәптәргә килә. Алдан яҙылырға өлгөрмәгән хеҙмәткәрҙәрҙе лә табиптар ҡабул итәсәк. 43-сө поликлиниканың бүлек мөдире Данил Батыршиндың әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың күпселеге әле ревакцинация үтә, сөнки улар тап ярты йыл элек прививка яһатҡан. Әлегә баш ҡаланың 19 мәктәбендә мобиль пункттар эш башлаған. Был эш уҡытыусыларҙың белем биреү процесын тотҡарламау, ваҡыттарын сарыф итмәү өсөн ойошторола.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.