

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн булдырылған махсус вакцинация пункттары үҙ эшен дауам итә. Был эш уҙған йылдың октябренән “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Оло йәштәгеләр тураһында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. Ошо осорҙа был пункттарҙа бөтәһе 12230 кеше прививка яһатҡан.
Бөгөнгә республикала коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау өсөн 59 махсуслаштырылған пункт эшләй. Мәҫәлән, Туймазы районындағы вакцинация пункты райондың Ветерандар советы бинаһында урынлашҡан. “Ололар тураһында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә “Сәләмәт кесаҙна” үтте. Был көндө 65 йәштән өлкән граждандар вакцина яһатыуҙан тыш, лекторийға ла бара ала. Халыҡ алдында эпидемиология өлкәһендә эшләгән белгестәр сығыш яһай.
Кисә 92 йәшлек Хәниә Талбетдинова прививка яһатырға килгән.
“Йәшәге килә әле. Ошо сәбәпле урамға сығырға ла, кешеләрҙе өйгә саҡырырға ҡурҡабыҙ”, - тине оло йәштәге ҡатын.
Пункт иртәнге сәғәт 10-дан эшләй башлай. Тәүҙә прививка яһатырға килгәндәр анкета тултыра, артабан терапевт ҡарай. Бында ике компонентлы “Спутник V” вакцинаһы ҡулланыла, ул коронавирустың яңы штамына – “Омикрон”ға ҡаршы үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы ла инде.
Табиптар әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә урындағы халыҡтың 80 процентына прививка яһалған. Шулай итеп, районда ковид менән ауырыу һәм халыҡтың үлем осраҡтары кәмегән.
“Иҫәпләүҙәр буйынса, уҙған йылдан алып беҙҙең пунктта ғына меңгә яҡын кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән”, - тип билдәләне Ветерандар советы рәйесе Нурулла Биксуров.
Үҙаллы барып етә алмағандарға автоирекмәндәр килә йәки табиптар үҙҙәре өйгә бара.
Прививка яһатҡан һәр кешегә ҙур булмаған бүләктәр: антисептиктар, гигиена саралары, медицина битлектәре тапшырылған. Бынан тыш, бөтә пенсионерҙар ҙа аҙна һайын тонометр уйнатыуҙа ҡатнашҡан.
1 февралдән Өфөләге Өсөнсө быуын халыҡ университетында урынлашҡан 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсуслашҡан вакцинация пункты үҙ эшен башлай.
Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 номеры буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәге аша өлкән йәштәге граждандар вакцинацияға яҙыла һәм яҡындағы пункттың адресын белә ала.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәге.