

“Бер бокал шампан шарабын эскәнһең икән, уның артынса “ҡеүәтле эсемлектәр”ҙән баш тартыу хәйерле. Шулай уҡ иҫермәйем тип, май ашарға ла ашыҡмағыҙ, сөнки уның кире йоғонто яһауы ла ихтимал. Иң яҡшыһы – картуф иҙмәһе”, – ти Мәскәүҙең Һаулыҡ һаҡлау департаментындағы штаттан тыш баш психиатр-нарколог Евгений Брюн.
Табип алкоголдең зыянын кәметеү һәм иҫермәү өсөн халыҡ сараларының әллә ни һөҙөмтә бирмәүен билдәләне. Мәҫәлән, мәжлескә тиклем бер сәғәт алдан ит ашарға кәрәк, тигән фекер бар. “Бының һөҙөмтәһе бик аҙға етә. Кеше хәмерҙе эсеү менән шунда уҡ иҫермәй, сөнки иттең майы аш һеңдереү ағзаларындағы лайлалы тиресәлә бер аҙ ваҡыт һаҡлана һәм алкоголь организмға һеңдерелмәй тора. Ахыр сиктә май ашҡаҙан-эсәк буйлап артабан китә һәм бында тупланған хәмер кисекмәҫтән кеше организмына үтеп инә, йәғни алкоголдең ашығыс һөжүме башлана, кеше ҡапыл иҫерә”, – ти нарколог.
Табип әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәрҙең “иҫермәйем” тип байрамға тиклем ярты сәғәт алдан бер рюмка араҡы эсеүе лә ҙур хата. “Был алым спиртлы эсемлекте эшкәртеү өсөн фермент системаһын әүҙемләштерә, ләкин ферменттарҙың һаны иҫәпле. Бер аҙ ваҡыттан улар бөтә, һәм хәмер ацетальдегидҡа әүерелә башлай. Был осраҡта ла картуф иҙмәһе ашарға кәңәш итәм. Ул абсорбент булып тора, алкоголь ҡанға әкренерәк үтеп инә”, – ти Евгений Бюрн.
Ә. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, К. УСМАНОВА.