

Сирҙең тәүге билдәләре беленеү менән уртаға ҡырҡылған һуғанды еҫкәргә була. Быны көнөнә өс-дүрт тапҡыр ҡабатлау ыңғай һөҙөмтәгә килтерә.
Лимонды ҡабығы менән ваҡлап, өҫтөнә үҫемлек майы ҡоябыҙ. Шуның менән танау эсен йыш-йыш майлап торабыҙ. Ашап, ауыҙҙы сайҡатҡандан һуң, уны теш ҡаҙнаһына ла һыларға мөмкин, шулай уҡ төнгөлөккә табанды һәм ҡолаҡты ыуабыҙ.
1,5 литр ҡайнар һыуға бер балғалаҡ эре тоҙ, бер лимондың һуты һәм 1 грамм аскорбин кислотаһы ҡушылған төнәтмәне 1,5 сәғәт эсендә эсеү ҙә сирҙең аҙыуына кәртә була ала.
Дүрт ҡалаҡ кипкән йә туңған ҡурай еләгенә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минутҡа ултыртып торабыҙ. Ятыр алдынан төнәтмәне бер юлы ике стакан эсергә кәрәк. Ҡурай еләге төнәтмәһе менән тамаҡты сайҡатыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Ул бер стакан ҡайнар һыуға 10 еләк һалып эшләнә.
Бер лимонды бер минутҡа эҫе һыуға һалып, ҡабығы менән ит турағыстан үткәрергә лә 100 грамм аҡ май һәм бер-ике ҡалаҡ бал ҡушырға. Әҙерләнгән ҡатнашманы һәр ике-өс сәғәт һайын берәр ҡалаҡлап ашарға. Артығын һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Көн дә теште һарымһаҡ менән ышҡыу күп ауырыуҙан аралар.
Ә. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, К. УСМАНОВА әҙерләне.