Сәләмәт булайыҡ
21 Ғинуар 2022, 12:08

“Йыл еңел булмаясаҡ”

haibvestnik.ruhaibvestnik.ru
Фото:haibvestnik.ru

Яңы йыл байрамдары гөрләп  үтте лә китте, ғәҙәттәгесә эш көндәре башланды.  Бер мәлгә коронавирус инфекцияһы тураһында ла онотоп торғандай булдыҡ,  сирҙе эләктереүселәр һанының бер аҙ кәмеүе күңелгә ышаныс биргәндәй...

Әммә вице-премьер, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың Яңы йыл байрамдарынан һуң илгә  коронавирустың яңы штамы ҙур көс менән ябырыласағы тураһындағы хәбәре  тынысланырға ирек бирмәй. Уның әйтеүенсә, инфекцияның яңы төрө – “омикрон”ға бик тиҙ таралыу үҙенсәлеге хас. Әлегә тиклем беҙҙә хакимлыҡ иткән штам­дарҙың инкубация осоро бер аҙнанан 14 көнгә тиклем дауам итһә, “омикрон”дыҡы – өс-биш көн самаһы.

– Яңы штамм беҙҙәге “дельта”, “альфа” кеүек  коронавирус штамдарын ҡыҫырыҡлап сығара. Сер түгел, хәҙерге ваҡытта Төньяҡ  Америкала, бөтә Европала тиерлек – Италия, Франция, Дания, Бөйөк Британия илдәрендә халыҡ күпләп ауырый. “Омикрон”  уларҙа башҡа штамдарҙы тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлап сығарған. Сирҙең йоғоу тиҙлеге  бер нисә тапҡырға юғары, – тип белдерҙе Максим Забелин “Башҡортостан” дәүләт телеканалы эфирында. Шуға күрә ул яңы йылдың тәүге яртыһында эпидемиологик  хәлдең ҡатмарлы буласағын күҙаллай.

– Борсолорға ярамай, сөнки беҙҙең яҡшы һаҡланыу сараһы – вакцинабыҙ  бар, – тине министр. – Рәсәй донъяла беренселәрҙән булып, коронавирустан вакцина булдырҙы, ул граждандарҙың барлыҡ категориялары өсөн дә бушлай яһала. Әлеге ваҡытта үҫмерҙәр өсөн етештерелгән вакцинаның сифаты тикшерелә. Ғинуарҙа уның тәүге партияһын аласаҡбыҙ. Йөклө ҡатындарға күптән инде вакцина ҡаҙайбыҙ. Халыҡтың 80 процентын прививкалай алһаҡ, коллектив иммунитетҡа өлгәшәсәкбеҙ, был тәүге сиратта үлем осраҡтарын кәметәсәк, ҙур юғалтыуҙарға юл ҡуйылмаясаҡ. Сирҙең хәүефле булыуы, халыҡтың күпләп үлеүе сер түгел, тәүлегенә үлем осраҡтарының 40-ҡа еткән осраҡтары күҙәтелде. Коронавирустың һуңғы тулҡынында дүрт меңдән ашыу кеше һәләк булды. Коллектив иммунитет ауыр сир осраҡтарын, юғалтыуҙарҙы кәметергә ярҙам итер, тип уйлайым. Тиҙерәк ғәҙәттәге эш тәртибенә күсәсәкбеҙ, йәғни коронавирус миҙгел сиренә әүереләсәк, ә табиптар, хәҙерге көҙгө-ҡышҡы эпидемиологик миҙгел мәлендәге кеүек, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең төрлө варианттарын эшләйәсәк.

Максим Забелиндың әйтеүенсә, “беҙҙең быуын пандемияны тәүге тапҡыр кисерә, ә кешелек уның менән быға тиклем дә йыш осрашҡан”.

– Эйе, беҙ донъяның күҙ асып йомғансы түңкәрелеү мөмкинлеген аңланыҡ. Бәйләнештәрҙең өҙөлөүен, сәйәхәттәрҙең туҡталыуын күрҙек,  күрше төбәктәрҙән, хатта подъездарҙан сыға алмау  күренештәренә шаһит булдыҡ. Әммә 2021 йылда табиптар был хәүефле сиргә ҡаршы нисек көрәшеү кәрәклеген аңланы. Иң мөһиме – ниндәй иҫкәртеү сараларының тәьҫирле булыуын беләбеҙ, – тине етәксе. – Шулай ҙа 2022 йыл ябай булмаясаҡ, табиптарҙы яңы ауырлыҡтар, һынауҙар көтә.

Ҡайһы саҡта “быйыл ҡайһылай ауыр булды, алдағы йыл еңелерәк булыр” тип уйлайһың. Барыһы ла һин уйлағанса булмай шул.  Хеҙмәттәштәремә фиҙакәрлектәре, тырышлыҡтары өсөн  рәхмәт белдергем килә. Шулай уҡ урта медицина персоналына, фельдшерҙарға, “Ашығыс ярҙам”, амбулатор поликлиника хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Бөтәбеҙгә лә һынауҙар ауыр бирелде. Ике йыл тиерлек “ҡыҙыл зона”ның ниндәй көсөргәнештә эшләгәнен күреп торабыҙ. Тәү сиратта ундағы медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын  яҡшыр­тырға тырыштыҡ.

Максим Забелиндың әйтеүенсә, быйыл да уларға  тәғәйенләнгән бөтә өҫтәмә “ковид түләүҙәр” йөҙ процентҡа һаҡланасаҡ. “Улар фронттың алғы һыҙығында, һәр көн сәләмәтлектәрен хәүеф аҫтына ҡуйып эшләргә мәжбүр. Республикала 36 табип коронавирустан һәләк булды. Улар – профессияларын йөрәк ҡушыуы буйынса һайлаған кешеләр. Ковидҡа бәйле булмаған өлкәләрҙә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен дә иғтибарҙан һәм ярҙамдан ситтә ҡалдырмаясаҡбыҙ”, – тип ышандырҙы һаулыҡ һаҡлау министры.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас