Сәләмәт булайыҡ
23 Ғинуар 2022, 12:45

Бөгөн - үлән сәйҙәре көнө

Әбйәлил районында йәшәгән Әлфинә Әбүбәкерова һәм ошо уҡ райондан Илнур Дәүләтбаев үлән сәйҙәре эшләү серҙәре менән таныштыра. 

Бөгөн - үлән сәйҙәре көнөБөгөн - үлән сәйҙәре көнө
Бөгөн - үлән сәйҙәре көнө

Бөгөн һатыуҙа сәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ?! Үлән ҡушылғандары ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла, ҡараһы ла етерлек. Һәр кемгә күңеленә хуш килгән сәйҙе һатып алыу мөмкинлеге бар. Ә бына ете төрлө үләндән эшләнгән хуш еҫле, таҙа һәм саф көйөнсә һаҡланған, шифалы һәм сихәтле үлән сәйен һайлау бәхете күптәргә эләкмәй.
Теләк булғанда, уны үҙебеҙгә лә әҙерләү мөмкинлеге бар. Сәй яһау оҫталарының береһе Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәй. Әлфинә Әбүбәкерова уның нескәлектәренә ҡәйнәһе Әминә инәйҙән өйрәнеп ҡалған.
– Ҡәйнәм йыл һайын ете төрлө үләндән сәй эшләр ине. Ҡыш буйы рәхәтләнеп эсеп сығабыҙ, һораусылар булһа, уларға бирер ине. Үләндәрҙең шифаһы ярҙам иткәндер, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бер ваҡытта ла тымау тейҙереп, һыуыҡ алдырып ятҡаныбыҙ булманы. Хәҙер уны үҙем әҙерләйем, балалар “өләсәйҙең сәйе” тип яратып эсһә, ейән-ейәнсәрҙәр “тәмле сәй” тип йөрөтә, – ти Әлфинә Мөҙәрис ҡыҙы.
Сәй яһау өсөн таҙа урында ҡырҙа үҫкән ҡарағат, ер һәм ҡурай еләге япраҡтарын, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ерегүлән (еркәүек тип тә йөрөтәләр, руссаһы – таволга) һәм боланут (иван-чай) япраҡтарын йыйып алырға кәрәк. Сәйгә тип әҙерләнгән үләндәрҙе июль урталарында, аяҙ көндә сәғәт 11-гә тиклем йыйыу мотлаҡ. Һәр береһенән 200 грамм тирәһе алына, ә бына еркәүекте 100 грамм ҡушыу ҙа етә, сөнки был үлән бик көслө. Йыйылған үләндәрҙе бергә бутайбыҙ ҙа клеенкаға урап, быҡтырырға һалабыҙ. Ваҡыты менән ҡарап торорға мөмкин. Ямғырлы йылда уралған үлән – өс көндә, ә ҡоро йылдарҙа 6-7 көнгә тиклем ята. Үләндәр ҡарайып быҡһа, улар өлгөргән тип иҫәпләнә. Артабан уларҙы ышыҡ урынға һалып, елләтеп киптерәбеҙ.
– Ҡәйнәм кипкән үләндәрҙе ҡулдары менән ваҡлай торғайны, мин ит турағыс аша үткәрәм. Ете төрлө үләндән барлыҡҡа килгән сәйҙе киптереп алғас, файҙаланырға мөмкин. Уны айырым сәй итеп эсергә кәрәк, әммә шуны ла оноторға ярамай: оҙайлы ваҡыт ҡулланыу кәрәкмәй. Бигерәк тә ҡыш эсһәгеҙ барлыҡ сирҙәрҙе ҡыуыр, күңелде күтәрер ауырыу һеҙҙе урап үтер, – тип йылмайҙы Әлфинә Әбүбәкерова. – Йәмле йәйҙең матур көндәрен хәтерләткән үлән сәйе һәр кемдең өҫтәлендә булыуын теләйбеҙ.

Иғтибарығыҙға тағы бер үлән сәйе әҙерләүсе оҫтаны тәҡдим итәбеҙ. Түбәндәге видеола Әбйәлил районы Тал-Ҡусҡар ауылынан Илнур Дәүләтбаевтың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу ҙа етә. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йәй көнө йыйып киптергән шифалы үләндәрҙән хуш еҫле сәй эшләп алайыҡ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор фотолары.

 

Бөгөн - үлән сәйҙәре көнө
Бөгөн - үлән сәйҙәре көнө
Автор:Карима Усманова
Читайте нас