

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр менән таныштырҙы.
Министр белдереүенсә, яңы “омикрон” штамы таралыу ҡурҡынысы сәбәпле, Башҡортостанда әлегә халыҡты диспансерлаштырыу туҡтатылып торасаҡ. Шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр өсөн дауаханаларҙа урындар һаны арттырыласаҡ.
– Үткән аҙнала ковид менән сирләү осраҡтары 26 процентҡа артты. Амбулатория-поликлиника звеноһына көсөргәнеш арта башланы, бер аҙнала 8 процентҡа үҫеш. Шуға күрә беҙ диспансерлаштырыуҙы туҡтатып торорға тәҡдим итәбеҙ. Был беренсел звенонан көсөргәнеште кәметеү һәм көстәрҙе ашығыс ярҙам күрһәтеүгә бүлеү өсөн кәрәк, – тине ул.
Шулай уҡ дауаханала урындар һаны 1600-ҙан 2200-гә тиклем арттырылған. Бөгөн уларҙың 60 проценты биләнгән.
Сир буйынса һуңғы мәғлүмәттәр шундай: пандемия башланғаны бирле республикала 127662 кеше коронавирус йоҡторған, һуңғы тәүлектә – 350 осраҡ, шулай уҡ бөгөн 214 кеше һауыҡҡан. 173 кеше дауаханала ята, 4387 кеше өйҙә дауалана. Сирләгәндәрҙең күпселеге 60 йәштән өлкәндәр һәм вакцина яһатмағандар.
Фото:ufa.aif.ru