Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Ғинуар 2022, 13:00

Мәктәп уҡыусылары коронавирус менән сирләй башланы

Ә балалар баҡсаларында хәлдәр нисек?

Мәктәп уҡыусылары коронавирус менән сирләй башланы
Мәктәп уҡыусылары коронавирус менән сирләй башланы

Әлеге ваҡытта барыбыҙ ҙа коронавирустың яңы тулҡынын көтөп йәшәйбеҙ. Был яңы “омикрон” штамының таралыуына бәйле. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында тәүге аҙнанан һуң хәлдәр нисек икән? Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне.

Уның белдереүенсә, бер аҙна уҡығандан һуң мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында коронавирус менән сирләгәндәр һаны артҡан.

– 24 мәктәптә 36 класс дистанциялы уҡыуға күсерелде. Дөйөм уҡыусылар һанының 0,07 проценты сирләй. Иң ҙур үҫеш Өфөлә. “Роспотребнадзор” идаралығы менән бергә эшләйбеҙ һәм сирләгән кеше асыҡланһа, тиҙ арала балаларҙы өйҙән уҡыуға күсерәбеҙ, – тине Илдар Мәүлетбирҙин.

Министр урынбаҫары белдереүенсә, балалар баҡсаларында хәлдәр тотороҡло һәм тыныс.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, әле кешеләр араһында үҫмерҙәрҙе вакцинациялау буйынса аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн-иртәгә республикаға үҫмерҙәр өсөн 2800 доза вакцина киләсәк.

– Беренсе аҙнаны эш тәртибендә үткәрҙек. Артабан да шулай булһын, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: live24.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: